Ә кисә кисләп БРИКС саммиты үҙ эшен йомғаҡланы. Барлығы 6 документ ҡабул ителде, уларҙың икәүһе тарихҡа баш ҡала исеме менән инеп ҡалды, шул иҫәптә Өфө декларацияһы ла бар. Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандағы БРИКС саммитына йомғаҡ яһап, халыҡ-ара сараның бай һәм йөкмәткеле үтеүен белдерҙе. Абруйлы сараның Бөйөк Еңеүгә һәм Берләшкән милләттәр ойошмаһына етмеш йыл тулған мәлдә үтеүе лә донъя йәмғәтселегенә тыныслыҡты, тотороҡлоҡто, хәүефһеҙлекте һаҡлау маҡсатында берләшеү кәрәклеген иҫкәртә тине ҡатнашыусылар.
- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Өфө декларацияһы
Хәбәрҙәр

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Паҡстанда Синд виләйәтендә эҫенән 224 кеше һәләк булған. Карачи ҡалаһында ғына 45 градуслыҡ эҫенән 200 кешенең ғүмере өҙөлгән. Йәйге селләнән электр менә тәьмин итеү ҡатмарлаша. Паҡстан властары ярҙам һорап хәрбиҙәргә мөрәжәғәт иткән. Көнбайыштың беҙҙең илгә ҡарата санкцияларҙы оҙайтыу...

Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылында йәшәүсе 4 меңгә яҡын кеше бер нисә ай рәттән һыуһыҙ интегә
Улар әйтеүенсә, һыу бында тик байрамдарҙа ғына бирелә. Коммуналь хеҙмәт идаралығында насостарҙың иҫкереүенә һәм скважиналарҙың ҡыйланыуына зарланһалар, урындағы хакимиәт был хәлдең килеп сығыуында вайымһыҙ подрядсыларҙы ғәйепләй. Ә халыҡ һыуһыҙ йәшәргә мәжбүр.Һуңғы ваҡыт ауыл халҡы йыш ҡына урамда...

Стәрлетамаҡта йәйәүле машина аҫтында ҡалды
Ул әле бик ауыр хәлдә дауаханала ята. Яҡындары әйтеүенсә, аңына килә алмай, яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған. Юл аша сығып барыусыны тапатҡан водителдең ҡатын-ҡыҙ икәне һәм авария мәлендә светофорҙың эшләмәгәнлеге билдәле. Бындай эҫелә юлда водителдәрҙең уяулығы ла юғала. Шуға...

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтары артасаҡ
Был маҡсатта төбәк ҡаҙнаһынан өҫтәмә 1 миллиард 200 миллион һум бүленә. Уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре - 97 мең кеше юғары эш хаҡы ала башлаясаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башнефть акцияларының 25 проценты һәм йәнә бер акцияны Башҡортостан Республикаһы милкенә күсереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы
Республика өсөн был тарихи ғәҙеллекте ҡайтарыу күҙлегенән дә, яңы финанс мөмкинлектәр алыу йәһәтенән дә иҫтәлекле ваҡиға, тип билдәләне журналистар менән осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов. Указға ярашлы, Рәсәй хөкүмәте ике ай эсендә Башнефть акционерҙар йәмғиәтенең федераль милеккә ҡараған...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Көнбайыштың беҙҙең илгә ҡарата санкцияларҙы оҙайтыу тураһындағы ҡарарына яуап итеп Рәсәй Европанан индерелгән аҙыҡ-түлеккә эмбаргоны шул килеш ҡалдырырға булды. Ошо туралағы документ әҙерләнеп Рәсәй президенты хакимиәтенә тапшырылған. Европа берлеге санкциялары 2016-сы йылдың ғинуарына...

Өфөлә мутлашыусылар күбәйә
Яңыраҡ баш ҡаланың Киров районындағы күп фатирлы йорт хужаларына ,,Дезинфекция һәм дератизация үткәреләсәк, хеҙмәт өсөн һеҙгә күрһәтелгән иҫәпкә 280 һум самаһы аҡса күсерергә кәрәк,, тигән квитанциялар килгән. Йәғни, билдәһеҙ кешеләр кешеләргә фатирҙарында кимереүселәрҙән һәм паразит...

Өфөгә Бөтә Рәсәй Дәүләт Телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы операторҙары килде
Бөтә Рәсәй Дәүләт Телевидение һәм Радио Компанияһы Өфөлә үтәсәк саммиттарҙы яҡтыртыусы төп телекомпания булараҡ билдәләнгән. Ошо көндәрҙә башҡалаға телеканалдың баш операторҙары килде. Белгестәрҙең маҡсаты – халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиғалар үткәреүгә тәғәйенләнгән майҙандар менән урында танышыу һәм...

Башҡортостан Республикаһы төбәккә Ҡытай туристары иғтибарын йәлеп итергә ниәтләй
Ҡытай Халыҡ Республикаһы туроператорҙары август айында Өфө ҡалаһы, Әбйәлил, Бөрйән, Күгәрсен, Салауат, Учалы райондары буйлап бер аҙналыҡ танышыу сәйәхәтенә саҡырылған. Республиканың туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Дәүләт комитеты был реклама турын Башҡортостанды туризм өсөн хуп күрелгән төбәк...

Рәсәйҙә Мәккә һәм Мәҙинәгә хажға барырға теләүселәрҙән документтар ҡабул ителә башланы
Быйыл Сәғуд Ғәрәбстанына ғибәҙәт ҡылыу ваҡыты сентябрь айына тура килә, Ҡорбан байрам – 24 сентябрҙә билдәләнә. Изге урындарға хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө ай башында уҡ сәйәхәткә юлланасаҡ. Хаж-миссияһының федераль сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда быйыл 16400 кешегә дөйөм Рәсәй квотаһы бирелә....

Первушино аэродромында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған тамаша үтте
«Беҙ – үткән замандан » исемле хәрби хәрәкәттәрҙе реконструкциялауҙы һәм Авиа-шоуҙы беҙҙең хәбәрселәр ҙә күҙәтте. . Ҡыҙыл армия ғәскәре юлдың уң яғында, ә немец һалдаттары уларҙы юл аша күҙәтә. Хәрбиҙәр бер-нисә сәғәттән башланасаҡ алышҡа әҙерләнә. Туймазы ҡалаһынан килгән Венер Шәңгәрәев яу...

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы йылға-күлдәрҙә батып үлеүселәр артыуға борсолоу белдерә
Фажиғәләрҙең төп сәбәбе-эскелек, ябай ҡағиҙәләрҙе инҡар итеү. Йыл һайын республика һыу ятҡылыҡтарында 100 кеше һәләк була. Уларҙың күбеһе эскән килеш һыуға төшә. Күп кенә ата-әсәләр йылға-күл буйҙарында ял иткәндә балаларын ҡарауһыҙ ҡалдыра. Ошо сәбәпле лә республикала йыл һайын бер-нисә фажиғәле...

Синоптиктар фаразы
Бөгөн Республиканың айырым биләмәләрендә һауа температураһы +35 градусҡа тиклем етәсәк. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуып, күк күкрәүе, ел тиҙлеге 20 метрға тиклем етеүе ихтимал. Июль башынан Башҡортостанда ямғырҙар көтөлә. Был аҙна дауамында иһә көндәр эҫе торасаҡ. Көндөҙ 24-34 градус булыуы...

Башҡортостанға эш сәфәре менән Франция делегацияһы килде
Улар бөгөн республика хөкүмәтендә осрашыуҙар уҙғарҙы. Әңгәмә барышында быға тиклем булған бәйләнештәрҙе юғлтмау кәрәклеге билдәләнде. Һуңынан ауыл хужалығы министрлығында иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында инвестициялар йәлеп итеү, берлектәге проекттар булдырыу мөмкинлеге ҡаралды. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Быйыл көҙ Рәсәйҙә иҡтисади үҫеш көтөлә. Иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев ошо турала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында белдерҙе. Алексей Улюкаев фараздарына ярашлы, 2016 йылдан башлап Эске тулайым продукт 2-3 процентҡа үҫә барасаҡ. Әлеге ваҡытта хаҡтар артыуы күҙәтелмәй, Рәсәй һумының...

Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы көнө
Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға теүәл 74 йыл. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил...

Бактериофагтар: үткән заман һәм киләсәк
Йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеү – кешелекте борсоған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. 20-се быуат башында, бактериофаг препараттары төркөмө асылғас, сирҙәрҙе дауалау ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Һуңыраҡ, антибиотиктар барлыҡҡа килеү менән, бактериофагтарға иғтибар кәмей төшә, әммә...

Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған
Йәй миҙгеле Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәре өсөн өҫтәмә мәшәҡәттәр осоро. Баш ҡаланың һауа вокзалына донъяның төрлө дәүләттәренән ҡайтыусы юлсылар багажын тикшереү һәм тыйылған әйберҙәрҙе асыҡлау бермә-бер арта. Сәйәхәтселәр үҙ сумкаларында тәмәке ҡабынан келәмдәргә тиклем йәшерергә тырыша....

Өфөлә ҡояш батареялары ярҙамында эшләүсе туҡталыш барлыҡҡа килде
Көндөҙ ҡояш батареялары энергия туплай, ә кисен уның ярҙамында реклама, юл билдәле һәм башҡаланың тарихи урындары төшөрөлгән картиналар яҡтыртыла. Был проект шәхси инвестициялар иҫәбенә тормошҡа ашырылған. Башҡортостанда был йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Бөтә Рәсәйҙә берәү...

2016-сы йылдан барлыҡ уҡыу йорттарында ГТО нормалары индерелә
Уҡыусылар яҡшылап ҡағиҙәләрҙе белһен һәм үҙҙәрен алдан һынап ҡараһын өсөн Башҡортостанда Бөтә Рәсәй физик культура һәм спорт комплексы фестивале уҙғарыла. Ошондай сара бөгөн Өфөнөң Биатлон спорт һауыҡтырыу комплексында үтә. Унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан үҫмерҙәр ҡатнаша.Сөләймән...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Австрияның иҡтисад белгестәре Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙан күрелгән зыян күләмен 100 миллиард евроға баһалаған. 2 миллион кеше эш урындарын ҡалдырған. Илдең иҡтисади тикшеренеүҙәр институты хисаптарынан күренеүенсә, санкциялар сәйәсәтенән Рәсәй түгел, ә Европа берлеге илдәре зыян күрә....

Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форумдың бөгөн икенсе көнө
Абруйлы сарала Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы ла ҡатнаша. Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының эшлекле форумында сығыш яһап бизнес вәкилдәре араһында хеҙмәттәшлекте яңыса ҡороу кәрәклеген билдәләне. Был йәһәттән Көнбайыш Ҡытайҙан Европаға юл...

Башҡортостан ШОС һәм БРИКС саммиттарына тулыһынса әҙер
Республика башлығы был турала Новости мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында белдерҙе.Аэропорт, отельдәр, юлдар әҙер. Конгресс холл бинаһы төҙөкләндерелде. Башҡортостан концерт залы яңыртылды. Аэропорттың халыҡ-ара терминалы төҙөлдө. Хәҙер ул сәғәтенә 800 пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала. Әле...
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 330
- 331
- 332
- 333
- 334
- 335
- 336
- 337
- 338
- следующая ›
- последняя »