Ә кисә кисләп БРИКС саммиты үҙ эшен йомғаҡланы. Барлығы 6 документ ҡабул ителде, уларҙың икәүһе тарихҡа баш ҡала исеме менән инеп ҡалды, шул иҫәптә Өфө декларацияһы ла бар. Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандағы БРИКС саммитына йомғаҡ яһап, халыҡ-ара сараның бай һәм йөкмәткеле үтеүен белдерҙе. Абруйлы сараның Бөйөк Еңеүгә һәм Берләшкән милләттәр ойошмаһына етмеш йыл тулған мәлдә үтеүе лә донъя йәмғәтселегенә тыныслыҡты, тотороҡлоҡто, хәүефһеҙлекте һаҡлау маҡсатында берләшеү кәрәклеген иҫкәртә тине ҡатнашыусылар.
- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Өфө декларацияһы

Башҡорттар хәҙер Рәсәй күләмендә милли мәнфәғәттәрен яҡлауға дәғүә итә ала
- 1 из 776
- следующая ›
Рубрики хэберзер
Хәбәрҙәр

Үҙенсәлекле операция
Республика клиник онкология диспансеры тарихында тәүге тапҡыр микрохирургия реконструкцияһын ҡулланып операция үткәрелде. 62 йәшлек пациенттың телендәге һәм лимфа төйөндәрендәге яман шеш ҡырҡылып ҡына алынманы, ә телдең юҡ ителгән өлөшө тергеҙелде. Ошондай яңы мөмкинлектәр биргән яңы микроскоп “...

Айырым ғаиләләр транспорт һалымын түләмәһә лә була
Быйылдан ишле һәм инвалид-бала тәрбиәләгән ғаиләләр транспорт һалымын түләмәһә лә була. 2-се декабргә тиклем бөтә төр һалымды, шул иҫәптән транспорт һалымын түләп ҡалырға кәрәк.. Әммә, ике категорияға ҡараған граждандар транспорт һалымынан азат ителә. Улар күп бала һәм инвалид-бала тәрбиәләгән...

Республика хөкүмәтендә яңы бассейндар һәм боҙ майҙансыҡтары төҙөү буйынса программа эшләнә
Был хаҡта “Төҙөлөш сәғәтендә” хәбәр ителде. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, уның бер өлөшөн федераль бюджеттан алырға мөмкин.

Башҡортостан Парламентында Саксония-Анхальт федераль ере Ландтагы делегацияһы менән рәсми осрашыу үтте
Делегация ағзаларына Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йорто буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар Башҡортостан парламенты тарихы музейы, ҙур һәм дәүләт символикаһы залдарын ҡарап сыҡты. Республика парламентының эшмәкәрлеге, ҡабул ителгән закондар хаҡында бәйән ителде. Германияның Саксония-Анхальт федераль...

Башҡортостан Тажикстан Республикаһы менән бәйләнештәрҙе нығыта
Республика башлығы Тажикстандың Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле менән осрашыуҙа хеҙмәттәшлек даирәләрен тәрәнәйтеү тураһында килеште. Үткән йылда ике республика араһында тауар әйләнеше 25 процентҡа тиклем, быйыл ете айҙа - икеләтә артҡан. Тажикстанға Башҡортостандан яғыулыҡ-энергетика,...

Башҡортостанда үҫеш хөкүмәте составы раҫланды
Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Хөкүмәттең яңы составын иғлан итте. Бығаса башҡарыусы ҡушылмаһында йөрөгәндәр менән бер рәттән яңы исемдәр ҙә бар. Ә премьер-министр вазифаһында Радий Хәбиров үҙе ҡала. Уның хәҙер ике беренсе урынбаҫары – Илшат Тажетдинов һәм Андрей Назаров....

Елдең тиҙлеге секундына 23 метрға тиклем етеүе ихтимал
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы һауа торошоноң үҙгәрәсәге тураһында иҫкәртә. Киләһе тәүлектәрҙә елдең тиҙлеге секундына 23 метрға тиклем етеүе ихтимал. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы был көндәрҙә айырыуса һаҡ булырға, бинанан мөмкин...

Иген иккән – илде туҡ иткән
Был аҙнала Башҡортостан ауыл хужалығы эшсәндәрен ололай. Һөнәри байрамын аграрийҙар быйыл яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай. Ә иң алдынғы механизаторҙар лайыҡлы бүләк – автомобиль асҡыстарын ҡулдыраны алды. Ер эшен һөйгәндәрҙе хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла ҡотланы.

Башҡортостан спортсылары Рәсәй чемпионатында призлы урынға дәғүә итә
Башҡортостандың һыу туризмы буйынса йыйылма командаһы Ҡырғыҙстандың “Һары яҙ” тип аталған тау йылғаһында йөҙөп, ҡатмарлығы буйынса алтынсы категория һынауҙы үтеп ҡайтты. Белгестәр әйтеүенсә, бындай йөҙөү Эверест тауына күтәрелеүгә тиң. Хәҙер республика спортсылары ошондай күрһәткес менән Рәсәй...

Яҙыусылар берлегенә 85 йыл
3 декабрҙә Башҡортостандың яҙыусылар берлге 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Оло юбилей алдынан ҡыуаныслы хәл кисерә ойошма. Берлек урынлашҡан йорт тарихи ҡомартҡы булараҡ билдәле. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса уны 19-сы быуат башында билдәле сауҙагәр Поликарпов төҙөткән....

Өфөләге Хәкимов мәсетенә ярым ай урынлаштырылды
Өфөлә үткән халыҡ-ара сараға килгән сит ил ҡунаҡтары ла был ваҡиға шаһиты булды. Мостай Кәрим һәм Карл Маркс урамдары араһындағы Хәкимов мәсете 1908 йылда һалынған. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Совет осоронда дини йорт манараһы ҡолатыла, ә бина фабрика клубы итеп үҙгәртелә. Үҙгәрештәр дәүерендә...

Иң яҡшы опекун һәм патронат ғаилә
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы һәм республика ғаилә үҙәге опекун, патронат һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр араһында конкурс уҙғара. Ул 2007-се йылдан алып үткәрелә. Республикала әле ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 11 мең 635 бала иҫәпләнә. Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә...

Өфөлә авария хәлендәге мәктәп ябылған
Ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенән һуң, прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргән. Бинала санитар, төҙөлөш нормалары һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәүе асыҡланған. Өҫтәүенә, уның бер өлөшөнә емерелеү хәүефе янай. Ҡапҡа ябыҡ, тәҙрәләргә арҡыры таҡталар ҡағылған. Яңы ғына был белем усағы...

Апартаменттарға йылы бирегеҙ
Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге яңы апартаменттарҙа йәшәүселәр фатирҙарҙа һыуыҡ булыуға зарлана. Күп һанлы мөрөжәғәттәр инҡар ителә. Быйыл беренсе класҡа төшкән Агния бындай һалҡын фатирҙа йәшәрмен тип, һис тә уйламай. Дәрес эшләгәндә лә йылы өҫ кейеме кейергә тура килә. Ольга Саламасова 1 йыл элек...

Башҡортостанда ҡарабойҙай ярмаһына хаҡтар артты
Башҡортостан сауҙа ассоциацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, хаҡтар сентябрҙә үк үҙгәрә башлаған. Ойошма рәйесе Фәрит Ғиндуллин әйтеүенсә, ҡарабойҙай әлегә яҡынса 15 процентҡа ҡыйбатланған. Сентябрҙә сауҙа предприятиелары ҡарабойҙайҙың бер килограмын 35 һумдан алһа, яңыраҡ уны 46 һумдан ала башлаған...

36 сәғәтлек эш аҙнаһы
Ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһы индерелеүе ихтимал. Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына икенсе уҡыуҙа ошо туралағы төҙәтмәләр ҡабул итте. Унда хеҙмәт хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһына ҡарағанда кәм булмай, тип билдәләнә. Шулай уҡ закон проекты сменалы эш графигы...

Күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам
Башҡортостанда быйыл ишле һәм инвалид-бала тәрбиәләгән ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителде. Республика парламенты ҡабул иткән үҙгәрештәр быйылдан ғәмәлдә. Тимәк 2 декабргә тиклем түләнергә тейешле мөлкәт һалымында ул иҫәпкә алынасаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы ултырышында...

Киләһе йылға республика бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала
Хөкүмәттә төп финанс документ проекты тәҡдим ителде. Ҡаҙнаның тотороҡлоғон тәьмин итеү маҡсатында алдағы 5 йылда сәнәғәт етештереүсәнлеген һәм ситән йәлеп ителгән инвестициялар күләмен арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Төбәк бюджетын ҡабул иткәндә Рәсәй Президентының май указдары һәм Радий Хәбировтың...

“Алтын бишек” акцияһына йомғаҡ яһалды
“Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта номинациялыранда ҡатнашып иң күп тауыш йыйыусылар бүләкләнде. Был конкурс ниндәй хис-тойғолар ҡалдырҙы? Республика буйынса уҙғарылған “Алтын бишек” акцияһы йомғаҡтарын ҡатнашыусылар ғына түгел, ә...

Глобалләшеү шарттарында башҡорт теле
Заман шарттарында башҡорт телен үҫтереү. Өфөлә «Глобалләшеү һәм полиэтник мөхит шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте: тәжрибә һәм мөмкинлектәр» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Кәңәшмә Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм...

Ил энергетикаһы киләсәге Өфөлә хәл ителә
Донъяның тиҫтәгә яҡын иле, Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан белгестәре Өфөлә энергетика үҫеше йүнәлештәрен билдәләй. ВДНХ-ЭКСПО бинаһында “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһе менән Рәсәй энергетика форумы бара. Быйыл 25-се тапҡыр ойошторолған юбилей күргәҙмәһендә һигеҙ илдән меңдән ашыу...

Яңы хөкүмәт алдында инвестиция мөхитен булдырыу һәм яҡшыртыу маҡсаты ҡуйыла
Милли проекттар шәхси инвестициялар өсөн нигеҙ булдыра. Уларҙың 12-һенең тап икәүһе ошо йүнәлештә эшләй. Башҡортостанда төбәк проекттарының 58-нә паспорт әҙерләнгән. 2019-24-се йылдарға дөйөм финанслау күләме 176 миллиард һум. Ошо хаҡта республикала инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу...

21-се быуаттың мәғариф даирәһендә ислам тәғлимәттәре һәм ҡиммәтәре
Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса дәүләт комиссияһы, мәғариф учреждениелары һәм дин әһелдәре Өфөлә йәмғиәттең мөһим мәсьәләләре тураһында фекер алыша. Евразия гуманитар форумының сираттағы дүртенсе ултырышының көн тәртибендә мәғрифәтселек, мағариф һәм белем биреү өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек...
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- 10
- 11
- 12
- 13
- …
- следующая ›
- последняя »