Өфө-Дим биҫтәһе юлы 2016 йыл аҙағына тиклем тулыһынса яңырасаҡ

Баш ҡала хакимиәте дәүләт һатып алыуҙары сайтына юлды ремонтлауға заказ урынлаштырған. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 334 миллион һум аҡса бүленә. Юлды һалыусы ойошма аукцион һөҙөмтәләре буйынса 16 июндә асыҡланасаҡ. Проектҡа ярашлы, подрядсы ойошма юл япмаһын яңыртырға, автобус туҡталыштарын ҡуйырға, реклама таҡталарын күсерергә һәм светофорҙарҙы яңыртырға тейеш. Бынан тыш, юлға 8 йыллыҡ гарантия булыуы  ла мотлаҡ. Ошо арауыҡта асфальт боҙолһа, юлсылар уны үҙ аҡсаһына төҙәтергә бурыслы.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Ҡара сиңерткә Әбйәлилде баҫа | ГТРК Башкортостан

Ҡара сиңерткә Әбйәлилде баҫа

Башҡортостанда ҡара сиңерткәләр күпләп таралыу сәбәпле, тағы ла бер төбәктә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Махсус режим Әбйәлил районында. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ҡара сиңерткә ун ауыл биләмәһендә – 10 мең гектар майҙанда таралған. Ҡара сиңерткә Баймаҡ яғынан килгән. Әле улар...

27 июня 2016
Смотреть видео Батырҙар эсемлеге | ГТРК Башкортостан

Батырҙар эсемлеге

Йылдан-йыл ҡымыҙ эшләүселәр һаны арта бара. Ә бәғзе берәүҙәре иһә шифаханаларҙы йыл әйләнәһенә яңы һауылған бейә һөтөнән әҙерләнгән ҡымыҙ менән тәъмин итә. Рүсимә Вахитова  Руслан Ахуновтарҙың йылҡысылыҡ фермаһында алдынғы һауынсыларҙың береһе. Бында бешелгән  ҡымыҙҙы халыҡ яратып ала....

24 июня 2016
Смотреть видео Юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары әүҙем эш башланы | ГТРК Башкортостан

Юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары әүҙем эш башланы

Быйыл республика мәктәптәрен тамамлаған 19 меңгә яҡын йәштәрҙең 10 мең 403-ө бюджет урындарына дәғүә итә ала.  Республика мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бакалавр әҙерләү программаһы буйынса 6233, белгестәргә 1518, магистрҙарға 2652 урын бирелгән. Мәктәпте бер нисә йыл элек...

24 июня 2016
Республика башлығы Рәсәй фәндәр академияһы академигы Вячеслав Панченко менән эшлекле осрашыу үткәрҙе | ГТРК Башкортостан

Республика башлығы Рәсәй фәндәр академияһы академигы Вячеслав Панченко менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Яҡтар төбәктә инновация проекттары һәм эшләнмәләре үҫешен тикшерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостандың импортты алмаштырыу технологиялары өлкәһендә уңыштары билдәләнде. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әле  Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге үҙгәртеп ҡорола. Беҙҙең институттар...

24 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөйөк Британиялағы референдумдың минут һайын тиерлек үҙгәреп торған йомғаҡтары фонд биржаларында ла сағылыш таба. Тауыш биреү Азия сауҙа майҙансыҡтарына ҙур йоғонто яһай. Баҙарҙа хәл көсөргәнешле тип баһалай аналитиктар. Сүриә ғәскәрҙәре Манбидж ҡалаһын “Ислам дәүләте” террорсыларынан азат итте...

24 июня 2016
Смотреть видео Республика йортонда Хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар берлегенең өс яҡлы комиссияһы ултырышы үтте | ГТРК Башкортостан

Республика йортонда Хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар берлегенең өс яҡлы комиссияһы ултырышы үтте

Был юлы ул күңелле ваҡиғанан башланды.Эш урынында имгәнеү һәм һәләк булыу осраҡтарын иҫкәртеү эш биреүселәр, профсоюздар һәм етәксе органдарҙың берҙәм эшмәкәрлегендәге иң мөһим мәсьәлә. Республикала 2005 йылдан  социаль яуаплы предприятие билдәләү ҙә ошо йәһәттән етди дәртәләндереү сараһы....

24 июня 2016
Смотреть видео Көслө ел Ишембай районының бер-нисә ауылында йорт ҡыйыҡтарын алып ырғытҡан | ГТРК Башкортостан

Көслө ел Ишембай районының бер-нисә ауылында йорт ҡыйыҡтарын алып ырғытҡан

Тәбиғәт ғәрәсәте Өфөлә лә ҡоторҙо, дауыл сәбәпле автомобилдәргә ағастар йығылды, электр уты һүнде, кешеләр араһында ла зыян күреүселәр бар.  Өфөгә болоттар ҡара яу булып ябырылды. Улар диңгеҙҙәге бер нисә метрлыҡ тулҡындарҙы хәтерләтте. Быны күргән һәм төшөрөп алған кешеләрҙең борсолоуы бушҡа...

24 июня 2016
Стәрлетамаҡ районында 13 йәшлек малайҙы йәшен атып үлтергән | ГТРК Башкортостан

Стәрлетамаҡ районында 13 йәшлек малайҙы йәшен атып үлтергән

Бер төркөм малайҙар йылғала һыу төшөп йөрөгән була. Көн боҙола башлағас улар велосипедтарына ултырып ҡайтырға сыға. Әммә юлда малайҙарҙың береһенә йәшен ата, ул урында уҡ һәләк була. 

24 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Германияның йөҙҙән ашыу ғалимы, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм сәйәсмәндәре  канцлер Ангела Меркелға асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткән. Улар кисекмәҫтән Рәсәй менән дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе тергеҙергә саҡыра.  Ике ил араһында килеп тыуған ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы хәл итеү Европа өсөн яңы мөмкинлектәр аса...

23 июня 2016
Смотреть видео Батырлыҡ үлемһеҙ | ГТРК Башкортостан

Батырлыҡ үлемһеҙ

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Рәсәй Мәҙәниәт министры Владимир Мединский  һәм Рәсәй Президентының дәүләт наградалары буйынса Идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Латипов менән осрашты. 2019-сы йылда Башҡортостан АССР-ы ойошторолғанға йөҙ йыл тула. Ошо уңайҙан Мәскәүҙә Башҡортостан...

23 июня 2016
Смотреть видео Быйыл 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 75 йыл тула | ГТРК Башкортостан

Быйыл 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 75 йыл тула

Дивизия Бөйөк Ватан һуғышында 4 мең километр юл үтә, 78 һалдат Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була. 93 йәшен тултырған Иммаметдин Ғиләжев дәһшәтле һуғыш йылдарын бөгөнгөләй хәтерләй. Яугир 1943-сө йылда Сталинградты  немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Сталинград янында еңеү...

23 июня 2016
Смотреть видео Сит ил велосипедсылары Өфөлә | ГТРК Башкортостан

Сит ил велосипедсылары Өфөлә

Швейцария, Австрия һәм Германиянан йыйылған туристар ике тәгәрмәсле техникала Мәскәүҙән Пекинға тиклем тип аталған тарихтағы иң күләмле экспедицияла ҡатнаша. 80 көн эсендә сәйәхәтселәр 7 мең 800 саҡрым юл үтеп 28 августа Пекинға барып етергә иҫәп тота. Велосәйәхәттә ҡатнашыусылар бөгөн баш...

23 июня 2016
Смотреть видео Республика мәктәптәрендә аттестаттар тапшырыу тантаналары үтә | ГТРК Башкортостан

Республика мәктәптәрендә аттестаттар тапшырыу тантаналары үтә

Бөтә имтихандар тамамланғандан һуң, мәктәп тормошондағы иң мөһим һәм һуңғы байрамына әҙерләнә сығарылыш уҡыусылары. Баш ҡаланың ҡыҙ һәм егеттәре байрамды нисек ҡаршылай, уларҙың ата-әсәләренә ниндәй сығымдар кисерергә тура килә? 39-сы гимназия ҡыҙҙары сығарылыш кисәһендә бөтә ҡалала иң матуры...

23 июня 2016
Смотреть видео Карелиялағы фажиғәнән һуң, йәйге лагерҙарҙы тикшереү башланды | ГТРК Башкортостан

Карелиялағы фажиғәнән һуң, йәйге лагерҙарҙы тикшереү башланды

Республикала төрлө ведомство белгестәренән 25 мобиль төркөм булдырылған. Дүрт көн эсендә улар балалар ял иткән барлыҡ учреждениеларҙы ҡарап сығып, булған етешһеҙлектәрҙе асыҡларға тейеш. Беҙҙең хәбәрселәр ҙә Өфө районында урынлашҡан лагерға барып, балаларҙың ялы ниндәй кимәлдә ойошторолоуын ҡараны...

22 июня 2016
Респубика театрҙары тәүге тапҡыр үҙ һабантуйҙарын уҙғарҙы | ГТРК Башкортостан

Респубика театрҙары тәүге тапҡыр үҙ һабантуйҙарын уҙғарҙы

Сәхнә эшмәкәрҙәре байрамы Иглин районы Түбәнге Ләмәз ауылында үтте. Сараның маҡсаты – республикалағы театрҙар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу. Һабантуйҙа барлыҡ сәхнә оҫталары ҡатнашты. Артистар үҙҙәренең етеҙлеген көршөк ватып, һыу ташып һынап ҡараны. Халҡыбыҙҙың борондан килгән милли уйындары,...

22 июня 2016
Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһына индерергә ниәтләйҙәр | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһына индерергә ниәтләйҙәр

Ошондай алым иғәнәләрҙе күберәк йыйырға булышлыҡ итәсәк, тип белдерәләр “Республика Төбәк операторы” фондынан. Әлеге ваҡытта, ремонт өсөн айырым квитанция килә. Башҡортостан - иғәнәләр йыйыу күрһәткесе буйынса илдә 16-сы урында килә. Ә капиталь ремонт өсөн түләүҙе, берҙәм квитанцияға индергән...

22 июня 2016
Смотреть видео Өфө кисәге ҡойма ямғырҙан һуң бер нисә сәғәткә һыу эсендә ҡалды | ГТРК Башкортостан

Өфө кисәге ҡойма ямғырҙан һуң бер нисә сәғәткә һыу эсендә ҡалды

Көтөлмәгән яуымды хатта юлдар ҙа күтәрә алманы. Социаль селтәрҙәр һыуҙы йырып барған автомобильдәрҙең видеолары менән бергә аҡтарылған асфальт һәм канализация торбаларынан урғылған фонтан фотолары менән тулған. Ҙур һыу арҡаһында Пугачев урамында тығындар барлыҡҡа килде, шаһиттар билдәләүенсә, Йәшел...

22 июня 2016
Башҡортостан биләмәһендә урман янғыны һүндерелде | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан биләмәһендә урман янғыны һүндерелде

Белорет районы Инйәр урмансылығында сыҡҡан ут менән 7 сәғәт көрәшергә тура килә. Бөтәһе ярты гектарҙан ашыу ағаслыҡ янып өлгөрә, ҡотҡарыу эшенә 16 кеше һәм 3 берәмек техника йәлеп ителә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яҡын тирәлә йәшәүселәргә хәүеф янамай. Ҡотҡарыусылар ҡырға...

22 июня 2016
Смотреть видео Бөгөн республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала | ГТРК Башкортостан

Бөгөн республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә бөтә ил буйынса Дәүләт флагтары төшөрөлә, мәҙәниәт учреждениеларына, телевидение һәм радиола күңел асыу тапшырыуҙарын туҡтатып торорға тәҡдим ителә. Һуғыш башланған көндө хәҙер бик һирәк кешеләр иҫләйБөйөк Ватан һуғышы башланғанда Ноғман Мусинға ни бары 10 йәш була. Урамда...

22 июня 2016
Рәсәйҙә бөгөн хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә | ГТРК Башкортостан

Рәсәйҙә бөгөн хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә

1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм...

22 июня 2016
Смотреть видео Быйыл республикала йүкә балына хаҡ 50 процентҡа тиклем артыуы ихтимал | ГТРК Башкортостан

Быйыл республикала йүкә балына хаҡ 50 процентҡа тиклем артыуы ихтимал

Быны етештереүселәр ағастарға ҡорттар төшөүе менән аңлата. Ҡоротҡостар бер-нисә районда йүкәлектәрҙең япраҡтарын ҡырған, умартасылар бындай хәлдең 75 йылғы ҡоролоҡтан бирле булғаны юҡ тип хәтерләй. Үҙенең йүкә балы менән дан тотҡан Иглин умартасылары ҡорттарға аҙыҡ запасы йыйыу һәм аҙ булһа ла уңыш...

21 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ойошторолоуға 65 йыл | ГТРК Башкортостан

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ойошторолоуға 65 йыл

Ошо уңайҙан Өфөлә юбилей саралары үтә. Бөгөн Конгресс-Холл бинаһында илдең ғалимдар йәмәғәтселеге Рәсәй төбәктәрендә академик фән мәсьәләләренә арналған ғилми-ғәмәли конференцияға йыйылды. Форум Рәсәй фәндәр академияһын яңыртыуға бәйле тарихи мәлдә үтә. Бында Өфө ғилми үҙәгенең үҫеш концепцияһы һәм...

21 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы Европа чемпионатын ҡалдырып илгә ҡайта.  Команданың баш тренеры Леонид Слуцкий көйәрмәндәр алдында ғәфү үтенде. Беҙ уларҙың өмөттәрен аҡламаныҡ, тине ул. Беҙҙең команда чемпионаттың төркөм этабында өсөнсө тур уйынында Уэльстан өскә ноль иҫәбенә отолдо...

21 июня 2016
Яндекс.Метрика