Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте билеты на матч ФК «Уфа» vs ФК «ЦСКА»! - 209857540 | ГТРК «Башкортостан»

Өфө-Дим биҫтәһе юлы 2016 йыл аҙағына тиклем тулыһынса яңырасаҡ

Баш ҡала хакимиәте дәүләт һатып алыуҙары сайтына юлды ремонтлауға заказ урынлаштырған. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 334 миллион һум аҡса бүленә. Юлды һалыусы ойошма аукцион һөҙөмтәләре буйынса 16 июндә асыҡланасаҡ. Проектҡа ярашлы, подрядсы ойошма юл япмаһын яңыртырға, автобус туҡталыштарын ҡуйырға, реклама таҡталарын күсерергә һәм светофорҙарҙы яңыртырға тейеш. Бынан тыш, юлға 8 йыллыҡ гарантия булыуы  ла мотлаҡ. Ошо арауыҡта асфальт боҙолһа, юлсылар уны үҙ аҡсаһына төҙәтергә бурыслы.

Яндекс.Метрика