Баш ҡала хакимиәте дәүләт һатып алыуҙары сайтына юлды ремонтлауға заказ урынлаштырған. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 334 миллион һум аҡса бүленә. Юлды һалыусы ойошма аукцион һөҙөмтәләре буйынса 16 июндә асыҡланасаҡ. Проектҡа ярашлы, подрядсы ойошма юл япмаһын яңыртырға, автобус туҡталыштарын ҡуйырға, реклама таҡталарын күсерергә һәм светофорҙарҙы яңыртырға тейеш. Бынан тыш, юлға 8 йыллыҡ гарантия булыуы ла мотлаҡ. Ошо арауыҡта асфальт боҙолһа, юлсылар уны үҙ аҡсаһына төҙәтергә бурыслы.
- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Өфө-Дим биҫтәһе юлы 2016 йыл аҙағына тиклем тулыһынса яңырасаҡ
Хәбәрҙәр

Яңы уҡыу йылына һанаулы ғына көндәр ҡалды
Баш ҡалала махсус комиссия мәктәпкәсә белем биреү учрежденияларының әҙерлек кимәлен тикшерҙе. Балалар баҡсалары кескәйҙәрҙе ҡаршы алырға әҙерләнә. Яңы уҡыу йылына әҙерләү биналарҙың эске биҙәлешен яңыртыуҙан һәм капиталь төҙөкләндереүҙән башлана. Был бурыстар бөгөнгә тулыһынса үтәлгәнме...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Рәсәй президенты Ҡырым биләмәһендә теракттар ойошторорға маташыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Владимир Путин әйтеүенсә, Украина хакимиәттәре шундай юл менән террор практикаһына күскән. Владимир Путин әйтеүенсә, бындай шарттарҙа норманд форматында осрашыу мәғәнәһеҙ. ...

Стәрлетамаҡта сабый бишенсе ҡаттан ҡолап төшөп һәләк булған
Был турала бөгөн билдәле булды. Республикала балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөү осраҡтары йышая. Әлеге ваҡытта дауаханаларҙа бер нисә бала ауыр операциялар үткәрергә дусар. Әлегә яҡшылап теле лә асылмаған Максим өсөн хәҙер тәҙрә донъялағы иң ҡурҡыныс һүҙҙәрҙең береһе. Әсәһе Наталья ла был көндө тыныс...

Башҡортостанда «Автобус» операцияһы барышында 1 мең 695 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән
Водителдәр араһында иҫерек килеш руль артына ултырыусылар ҙа бар. Күп водителдәр ҡанунды боҙа, пассажирҙар хәүефһеҙлеге тураһында уйламай, тип хәбәр итәләр юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан. Был, айырыуса, ҡала-ара трассалрҙа күҙәтелә. Шуға ла инспекторҙар юлдарҙы күҙәтеүҙә йәшерен...

Республика башлығы төҙөүселәрҙе һөнәри байрамы менән ҡотланы
Беҙҙе уратып алған һәр бина улар тырышлығы менән төҙөлгән. Төбәктең төҙөлөш өлкәһендә эшләгән һикһән мең кеше августың икенсе ял көнөндә һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан бөгөн Республика башлығы тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантанала билдәләнеүенсә, Башҡортостан...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Рәсәй президенты Төркиә президенты менән һөйләшеүҙәрҙең ике яҡлы мөнәсәбәттәр өсөн мөһимлеген билдәләне. Тиҙҙән ике арала чартер рейстары тергеҙелә. «Төркиә ағымы» проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итәсәк. Бразилияла сәйәси хәл ҡатмарлы булып ҡала. Ил халҡы властан ситләштерелгән Дилма...

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ мәктәбе активының сираттағы ултырышы үтте
Республиканың төрлө район-ҡалаларынан бизнес вәкилдәре бер-береһе менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, тармаҡта булған яңылыҡтар менән танышыу маҡсатында йыйылды. Белгестәр билдәләүенсә, бындай саралар уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә.

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы бара
Уның барышында күп балалы, аҙ-тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла.Акция 31 августҡа тиклем дауам итә. Әйберҙәр социаль приюттарҙа, балалар йорттарында, шулай уҡ Ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү район-ара...

Башҡортостанда быйыл ҡарабойҙай уңышы рекордлы көтөлә
Башҡортостан аграрийҙары быйыл 105 мең тонна ҡарабойҙай урырға иҫәп тота. Беҙҙең республика өсөн был күрһәткес рекордлы буласаҡ. Былтыр 103 мең тонна ҡарабойҙай йыйылды. Башҡортостан илдә Алтай крайынан ҡала, икенсе урында килә. Рәсәй буйынса күрһәткестәрҙе алғанда, быйыл 1 миллион тоннанан ашыу...

Благоварҙа яңы элеватор һәм ҡатнаш аҙыҡ заводы эш башланы
Улар Благовар селекция-генетика үҙәге нигеҙендә булдырылды. Әлегә элеватор урындағы иген иҫәбенә тулыландырыла. Ашлыҡтың күп өлөшө сусҡасылыҡ өсөн ҡатнаш аҙыҡҡа ебәрелә. Киләсәктә күрше-тирә райондарҙан да игенде һаҡлау, йәки эшкәртеү өсөн алыу күҙаллана. Бында ашлыҡтың һәм ваҡыттың ҡәҙерен...

Учалы районында фельдшер-акушер пункты төҙөү башланды
Модулле бина республикала тәүге тапҡыр Рафиҡ ауылында ҡуйыла. 60 квадрат метрлыҡ бина заманса йыһазландырыласаҡ. Урындағы халыҡ хәҙер йыраҡҡа йөрөмәйәсәк, медицина ярҙамын урында аласаҡ. Тиҙ төҙөлөшлө технология ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Өфөнөң беренсе олимпия резервын әҙерләү спорт мәктәбендә янғын сыҡты
Утты һүндереүгә 5 кеше һәм бер техника йәлеп ителде. Был күнекмә сценарийы. Яңы уҡыу йылы алдынан мәғариф һәм спорт объекттарында ошондай күнекмәләр үтә. Янғын һүндереүселәр үҙҙәренең алымдарын камиллаштырһа, учреждение хеҙмәткәрҙәре һәм балалар менән аңлатыу эштәре алып барыла. Сигнализация эшләп...

Балтач районында йәшәүсе ҡатын үҙенең балаларын үлтереүҙә ғәйепләнә
Ҡомъяҙы ауылында теркәлгән фажиғәлә 3 бала һәләк булғайны. Тәфтишселәр янғындың балаларҙың ут менән шаярыуынан сығыуын асыҡлаған. Әсә балаларына тейешле иғтибар биреп еткермәгән, йыш ҡына яңғыҙҙарын ҡалдырған. Уртансы балалары йыш ҡына шырпы менән уйнаған.

Өфөлә Нефаз автобусы янып китте
Маршал Жуков урамында китеп барған Нефаздың двигателе төтәй башлай. Водитель туҡтап, утты һүндерергә маташа. Башҡа водителдәрҙә уға ярҙамға килә. Ут ҡотҡарыусылар килгәнсе һүндерелгән.

Мәләүез районында йөк машинаһы һәм ВАЗ автомобиле бәрелешкән
Бөгөн иртән Мәләүез районы Ергән ауылы янында йөк машинаһы һәм ВАЗ автомобиле ҡапма-ҡаршы килеп бәрелешкән. Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар тураһында мәғлүмәт юҡ. Шаһиттар юл-транспорт фажиғәһе урынына тиҙ ярҙам машиналары килеүе хаҡында хәбәр итә. Бәрелешеү шул тиклем көслө була, еңел...

Халыҡ артисы Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов 75 йәшлек юбилейын билдәләй
Халыҡ артисы Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны ҡотларға Ырымбур дәүләт драма театры артистары ла килгәйне. Киләһе репортаж Мәсетле районынан. Менер тауыңа үҙ ваҡытыңда менеп ҡалырға кәрәк... Мостай Кәримдең ҙур мәғәнәгә эйә булған Кендек...

Синоптиктар август айына һауа торошо менән таныштырҙы
Төбәктә иң юғары 5-се класлы янғын хәүефе иғлан ителгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, райондарҙа дымға ҡытлыҡ күҙәтелә, ҡайһы берҙәрендә атмосфера һәм тупраҡ ҡоролоғо теркәлгән. Августа республикала уртаса һауа температураһы күп...

Йәйҙең һуңғы айына аяҡ баҫыу менән ата-әсәләр балаларын мәктәпкә әҙерләү мәшәҡәте менән яна башлай
Хаҡтар йылдан-йыл ҡиммәтләнә, ә уҡыу йорттарында талаптар арта. Бер баланы уҡыуға әҙерләү күпмегә тѳшә? Магазиндарҙағы хаҡтарға ата-әсәләр генә түгел, хатта балалар ҙа аптырай. Быйыл беренсе классҡа барған улын кейендерер өсөн генә әсәгә кеҫәһенән мул ғына аҡса сығарып һалырға тура килә. Малайҙар...

Бөгөн Өфөлә пассажир автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде
Яҡынса мәҡлүмәттәр буйынса, Трамвай урамынан Октябрь проспектына ҡарай китеп барған ПАЗ автобусы бетон бағанаға барып бәрелә. 9 пассажир йәрәхәтләнгән. Водителдең документтарын тикшергәндә, уның маршрут карточкаһы булмай сыҡҡан. Авария сәбәптәре әлегә билдәле түгел.

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Грузия һәм Көньяҡ Осетияла биш көнлөк һуғыш ҡорбандарын иҫкә алалар. 2008 йылда Грузия Көньяҡ Осетия башҡалаһын утҡа тотто. Бер көндән һуң төбәккә Рәсәй ҡораллы көстәре инеп Грузияны тыныслыҡҡа саҡырҙы. 12 августа операция тамамланды. 26 август Рәсәй Көньяҡ Осетия һәм Абхазияны...

Билдәле спортсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәсәй йыйылма командаһын Паралимпия уйындарынан ситләтеүҙе ҡырҡа тәнҡитләп сыҡты
Был- спортсылар өсөн етди тетрәнеү, сәйәсәттән спортсылар зыян күрергә тейеш түгел, ти билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, паралимпиясылар. Рапирасылар тренерҙың һәр һүҙенә ҡолаҡ һала. Уларҙың күптәре өсөн был күнекмәләр шөғөлләнеү генә түгел, ә паралимпия уйындарына әҙерлектең һуңғы этабы. Көнэлгәре...

Рәсәй спортсылары Олимпиаданың дүртенсе көнөндә 5 миҙал яуланы
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында фехтованиела Яна Егорян – алтын, ә Софья Великая көмөш миҙалға эйә булды. Гимнастикала ир-егеттәр командаһы икенсе урын алды, 100 метрға йөҙөүҙә Юлия Ефимова ла көмөш награда яуланы. Владимир Масленников винтовканан атыуҙа бронза миҙалға лайыҡ булды. Теннис оҫталары Светлана...

Республика башлығы рапирасы Тимур Сафинды бронза миҙал алыу менән ҡотланы
Рөстәм Хәмитов телефон аша һөйләшкәндә спортсыға уңышлы сығыш өсөн рәхмәт белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бразилияла үткән Олимпия уйындарында Тимур Сафин Бөйөк Британия рапирасыһын еңеп шәхси беренсектә еңеү яуланы. Шулай итеп, йәш спортсы Олимпиадала үҙенең тәүге миҙалын алды
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 239
- 240
- 241
- 242
- 243
- 244
- 245
- 246
- 247
- …
- следующая ›
- последняя »