Өфө Дәүләт авиация – техник университеты студенттары бөгөн хәрби йыйынға юлланды

 Юғары уҡыу йортоноң хәрби кафедраһын тамамлаған 100-ҙән ашыу егет Ырымбур өлкәһе һәм Пермь крайы частәрендә әҙерлек үтәсәк. 1 айлыҡ йыйындан һуң улар запастағы офицерҙар рәтен тулыландырасаҡ.  Төркөмдәштәре, дуҫтары, туғандары… Йыйынға егеттәрҙе әрме сафына кеүек оҙаталар. 1 ай дауамында уларға хәрби дисциплиналарҙы, авиация техникаларын ремонтлау серҙәрен үҙләштереү бурысы тора. 2 йыл ярым буйына алған теоретик белемдәрен буласаҡ офицерҙар ғәмәлдә ҡулланып ҡараясаҡ. Өфө дәүләт авиация техник университеты хәрби әҙерлек алып барыусы республикалағы берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Шунлыҡтан хәрби кафедрала белем алырға теләүселәр бик етди һынау аша ғына һайлап алына.Йыйын ваҡытында студенттар Присяга ла ҡабул итә, был хәрби кафедрала үткән әҙерлектең һуңғы этабы, артабан улар запастағы офицерҙар рәтен тулыландарасаҡ. Теләүселәр контракт буйынса Рәсәй ҡораллы көстәрендә лейтенант дәрәжәһендә хәрби хеҙмәтен дауам итә ала. Таһир Муллаяров авиация университетына уҡырға ингәс тә хәрби кафедраны һайлай. Яуаплы егет хәрби байраҡ төркөмөн етәкләй. Йыйынға етди әҙерлек үттем, хеҙмәт итеүсе һалдаттар алдында үҙебеҙҙе һынатмаҫҡа тырышасаҡбыҙ ти егет.Хәрби кафедраны тамамлап 1 айлыҡ йыйындарҙы уңышлы үткән һәм сығарылыш имтихандарын тапшырған студенттар әрмене үткән запастағы офицерҙар рәтенә ҡуйыла. 



Яндекс.Метрика