Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән алты айҙа бюджет үтәлешенә йомғаҡ яһанылар

Аҡсаларҙың бик күп өлөшө, ғәҙәттәгесә, социаль өлкәгә йүнәлтелә.   Ярты йыл эсендә ҡала ҡаҙнаһы 11 млрд һумға тулыланған. Шуның яртыһы тиерлек һалым һәм һалым булмаған килем. 2014 йылдың  ошо уҡ арауығы менән сағыштырғанда ул 6 процентҡа артҡан. Физик шәхестәргә һалым бюджеттың мөһим өлөшөн алып тора. Сығым килемгә ҡарағанда 733 млн һумға күберәк. Дефицитты ҡаплау өсөн кредит аҡсалары тотонолған. Финанс идаралығы белгестәре киләһе ярты йыллыҡҡа ла кредит йәлеп итергә ниәтләй.  Аҡсаларҙың байтаҡ өлөшө-3 миллиард һумы-юлдарҙы төҙөкләндереүгә тотонолған. Мәғариф өлкәһендәге программаларҙы бойомға ашырыуға 2 млрд һум йүнәлтелгән. Ҡаланы төҙөкләндереү эштәренә лә ярайһы ҙур сығымдар бүленгән. Орджоникидзе һәм Калинин райондарын төҙөкләндереү  өсөн  махсус программа төҙөлгән. Сығымдарҙың күпселек өлөшө, ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, социаль өлкәгә, торлаҡ коммуналь хужалыҡ тармағына бүленгән. 

 

Яндекс.Метрика