Өфө лимонарийына тәбиғәт ҡомартҡыһы исеме бирергә йыйыналар

Был мәсьәлә буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Айырым һаҡланған биләмә статусы лимонарийға үҙ хоҡуҡтарын һаҡлау мөмкинлеген бирәсәк. Әйтергә кәрәк, унда Башҡортостан тәбиғәтенә хас булмаған төрлө экзотик емештәр, сәскә-декоратив культуралар, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үҫемлектәр ҙә бар. Өфө лимонарийы белгестәре яңы өлгөргән экзотик емештәрҙе йыя. Банандан башҡа лимонарийҙа 500 төрлө экзотик үҫемлек бар: инжир, гранат, ананас, мушмула  һәм башҡа емештәр. Лимон ағастары ғына  мең төптән ашыу.  Өфө лимонарийы Рәсәйҙә иң ҙур лимон плантацияһы иҫәпләнә. Йыл һайын ул 20 тоннанан ашыу мул уңыш бирә. Бигерәк тә, лимонарий хеҙмәткәрҙәре уйлап сығарған яңы сорттар ҙурлығы менән айырылып тора. Мәҫәлән, “Салауат” лимонының ауырлығы 2 кг-ға тиклем барып етә. Уҡытыу-тәжрибә хужалығында башҡа милли исемдәр йөрөткән цитрон һәм лимон сорттары ла бихисап. Был ғәжәйеп урындың тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыу питомникта тикшереү эштәрен йәнләндереү, башҡа төр экзотик емештәрҙең һанын арттырыу, уларҙы һаҡлау, яҡлау мөмкинлеге бирәсәк. Лимонарий биләмәһе янында төҙөлөш эштәре бара. Ҡала уртаһында тороп ҡалған “йәшел утрауҙың” тирә-яғын яңы биналар ҡамап алған. Йәмәғәтселлек был “йәшел утрау” яҡлауға мохтаж тигән фекерҙе күтәреп сыҡты. Хәҙер инде дәүләт экологик экспертиза үтеп,  хөкүмәт ҡарарын көтәһе ҡалған. Йыл аҙағына тиклем тәбиғәт ҡомартҡыһына әйләнербеҙ, тип ышана лимонарий хеҙмәткәрҙәре.



Яндекс.Метрика