Өфө лимонарийына тәбиғәт ҡурсаулығы исеме бирергә йыйыналар

Был статус лимонарийға үҙ хоҡуҡтарын һаҡлау мөмкинлеген бирәсәк. Әйтергә кәрәк, унда Башҡортостан тәбиғәтенә хас булмаған төрлө экзотик емештәр, сәскә-декоратив культуралар, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үҫемлектәр ҙә бар. Мөғжизәле тәбиғәт мөйөшө үҙенсәлектәре менән беҙҙең хәбәрсе Рәлиә Сәхипгәрәева ла танышты.Өфө лимонарийы белгестәре яңы өлгөргән экзотик емештәрҙе йыя. Был япон кәрлә бананының һирәк осраусы төрөн бер нисә йыл элек лимонарийға бүләк иткәндәр. Экзотик үҫемлек ҡыуаҡты хәтерләтә, әммә белгестәр уны үлән тип йөрөтә. Банандан башҡа лимонарийҙа 500 төрлө экзотик үҫемлек бар: инжир, гранат, ананас, мушмула  һәм башҡа емештәр. Лимон ағастары ғына  мең төптән ашыу. “Юбилей” һәм “Ташкент” сорттарын күпләп үҫтерәләр. Өфө лимонарийы Рәсәйҙә иң ҙур лимон плантацияһы иҫәпләнә. Йыл һайын ул 20 тоннанан ашыу мул уңыш бирә. Бигерәк тә, лимонарий хеҙмәткәрҙәре уйлап сығарған яңы сорттар ҙурлығы менән айырылып тора. Мәҫәлән, “Салауат” лимонының ауырлығы 2 кг-ға тиклем барып етә. Лимонарийҙың «Ләйсән», «Салауат», «Урман»  лимондары, «Уралтау»  һәм  «Зилә» тигән   цитрон сорттары Рәсәй Дәүләт сорт комиссияһында  теркәлгән.  Әлиә Вәлишина яңы ғына өлгөргән һутлы папайя емешен ҡырҡа. Орлоҡтарын түкмәй-сәсмәй йыйып баралар, сөнки уларҙы ултыртып, 2-3 ай эсендә яңы үҫенте алырға мөмкин. Яңы ҡырҡылған экзотик емеште экскурсияға килгән балалар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тәмләп ҡарай. Быйыл теплицала өр-яңы үҫентеләр ҙә барлыҡҡа килгән.  Ҡытайҙан ҡайтҡан яңы сорт лимондарын Санкт-Петербургтағы ботаника баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре бүләк иткән.  Яңы үҫентеләр бер-ике йылдан уңыш бирер, ерегеп китһәләр, уларҙы күпләп үҫтерергә өмөтләнә лимонарий белгестәре. Әле питомникта ғалимдар һәм биологтар әүҙем тикшереү эштәре алып бара, сөнки Өфө урман хужалығы техникумы ҡарамағындағы уҡыу-тәжрибә хужалығы яңы статус алырға әҙерләнә. Лимонарий биләмәһе янында төҙөлөш эштәре бара. Ҡала уртаһында тороп ҡалған “йәшел утрауҙың” тирә-яғын яңы биналар ҡамап алған. Был ғәжәйеп урындың ҡурсаулыҡ статусын алыу уны һаҡлау, яҡлау мөмкинлеген бирер, киләсәктә республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған тәбиғәт ҡомартҡыһына әйләнер, тип ышана, лимонарий хеҙмәткәрҙәре.. 



Яндекс.Метрика