Өфө Луганск ҡунаҡтарын ҡаршылай

Йәйҙең һуңғы айында 34 баланан торған төркөм „Черемушки„ һауыҡтырыу лагерында ял итәсәк. Оҙатыусылар фекеренсә, балалар Башҡортостанға ҙур теләк менән килгән. Балалар менән бергә Өфөгә дүрт төркөм етәксеһе лә килгән. Уларҙы тәү сиратта һауа торошо борсоған. Һөйөнөскә ҡаршы, көндәр ял өсөн ҡулай, йылы, тип белдерәләр. Луганск ҡунаҡтары өсөн бай йөкмәткеле күңел асыу программаһы әҙерләнгән. Балаларҙың лагерҙағы йәйге ялы уйындар, ярыштар, бейеүҙәр, һыу инеүҙәр менән онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырырға тейеш.  Сәйәхәтте ойоштороуҙа социаль маҡсатлы программалар Фонды ярҙам итте.

Яндекс.Метрика