Өфө районы Нижегородка ауылында юлдар төҙөкләндереү мәсьәләһе киҫкен тора

Сыуаҡ көндә ҡоро ла, тигеҙ ҙә кеүек урам-ара бәйләнештәр ямғыр яуып үтһә һаҙлыҡҡа әйләнә. Ауыл халҡы үҙен борсоған мәсьәләне сараһыҙҙан йәмәғәт ҡарамағына сығарырға мәжбүр. Идара итеүсе компания төҙөкләндереү өсөн тәғәйенләнгән иғәнәне ай һайын теүәл йыйып ала. Әммә ҡый үләндәре сабылмай, юлдар төшөнкө хәлдә ҡала, тип ҡаршыланы беҙҙе халыҡ. Ауыл халҡын Көньяҡ урамының торошо айырыуса борсой. Юлды үткән көҙ һыуүткәргес торбаларын һалыу өсөн аҡтарып ташлағандар. Эш тамамланғас яуаплы ойошма уны тәртипкә килтермәне, ти ауыл халҡы. Яҙ еткәс балсыҡ тәгәрмәстәргә йәбешеп башҡа урамдарға таралған. Юлды төҙөкләндереүҙе үтенеп халыҡ подряд ойошмаһына ла, ауыл хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итеп ҡараған. Яҙма яуап хайран ҡалдырҙы, тиҙәр. Юл май айында уҡ яңынан һалынған, имеш. Асфальт түшәү тураһында һүҙ ҙә юҡ, ҡырсын һалһалар ҙа  үтерлек булыр ине, ти ауыл кешеләре. Юл тейешенсә төҙөкләндерелгән, бар талаптар үтәлгән, тигән рәсми яуап алған ауыл халҡы бөгөн беҙҙең элеккесә ҡалған ошо юлға тәғәйен аҡса ҡайҙа тотонолдо икән, тип ҡыҙыҡһына.Һыуүткәргесте ремонтлаған подряд ойошмаһы — тотош юлды аҡтарыусы булманы, — тип ышандыра. Эштәр юлды ситенән башҡарылды, ике урында ғына киҫелеш яһалды, ти ойошманың башҡарма директоры Любовь Кузнецова. Район хакимиәте иһә Нижегородка ауылындағы мәсьәлә тураһында хәбәрҙар. Әммә юлдарҙы төҙөкләндереү эше ауыл хакимиәттәренең бурысы. Өфө районы республикала иң ҙур муниципаль берәмек, ул 600 километр оҙонлоғонда юлдарҙы хеҙмәтләндерә. Уларҙың торошо даими тикшерелә. Быйыл ғына ҡырсынташ түшәү өсөн 61 миллион һум аҡса тотонолған.Өфө районы юлдарын тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү өсөн республика бюджетынан 44 миллион һум аҡса бүленгән. Муниципаль берәмектең 2016-сы йылға тиклемге инфраструктура үҫеше планы әҙер. Ул рәсми раҫлау тапһа, районға йәнә 200 миллион аҡса бүленергә тейеш. 

Яндекс.Метрика