Өфө районында ураҡ шипкән баҫыуҙарынан башланды

Был культураны хужалыҡтар бишенсе йыл рәттән сәсеп үҫтерә. Шипкән майына ихтыяж йылдан-йыл арта, ти аграрийҙар. Был культураның исеме ирмәк булһа ла есеме етди. Хужалыҡта уның берҙән-бер кәмселеге бар – орлоҡтары саманан тыш ваҡ. Әгәр ҙә сәсеү, йыйыу, таҙартыу эштәрен тейешенсә иғтибар менән башҡарғанда ҙур уңышҡа өмөт бағларға мөмкин. Уралагро хужалығының шипкән сәсеүлектәре 500 гектар майҙандан артмай. Культура башҡаларға ҡарағанда 20 көнгә иртәрәк өлгөрә, сабып һалғас яҫмала 7 тәүлеккә тиклем шытмай ята, әммә юғалтыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн ураҡты, бар техниканы бер юлы ҡулланып, тиҙ арала тамамлау хәйерле, ти бүлексә агрономы Илдар Сәйетов. Әлеге көнгә шипкән баҫыуҙарҙың яртыһында урылған. Гектар ҡеүәте 10 центнер. Ваҡ ҡына орлоҡтарҙы түкмәй-сәсмәй һуғып алыу өсөн техника өр яңы, ә комбайнсы тәжрибәле булырға тейеш. Шипкән орлоҡтары өсөн иң уңайлы дымлылыҡ кимәле 8-9 процент. Белгестәр был күрһәткесте даими тикшереп тора. Махсус прибор көтөлгән һандарҙы теркәү менән комбайндар яҫмаларға төшә. Келәткә иһә елгәргес аша бер нисә тапҡыр үткәрелгән таҙа иген оҙатыла.  Өфө районында шипкән 2011-се йылдан башлап үҫтерелә. Культура табышлы, үҙҡиммәте түбән, орлоҡтарға ихтыяж юғары. Әрһеҙлеге сүп үләндәренә урын ҡалдырмай, көкөрт еҫле һабаҡтары баҫыуға малды килтермәй. Был шарттарҙа үҙенсәлекле үҫемлектең талымлығына ташлама яһарға ла риза, ти хужалыҡ етәксеһе Йәүҙәт Ғимазов. Был культураны файҙаланыу өлкәләре байтаҡ. Техник май һығып уны биологик яғыулыҡ, һабын етештереүҙә сеймал булараҡ ҡулланалар. Һаламынан түбән сифатлы ҡағыҙ менән ҡатырға сығарыу тәжрибәһе лә донъяла билдәле. Юғары килемгә иҫәп тотҡан хужалыҡ бөгөн шипкәндә тотороҡло табыш сығанағын күрә. 

Яндекс.Метрика