Өфө ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе эшҡыуарҙары форумын ҡаршылай

Был сара июль айында үткән халыҡ-ара саммиттар һөҙөмтәһе, унда ҡабул ителгән сәйәси ҡарарҙарҙың ғәмәли дауамы булып тора. Бында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең төбәктәре араһында иҡтисади бәйләнештәр булдырыу, бизнес вәкилдәре араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу юлдары барланасаҡ. Р2Р форматында үткән йыйылышҡа Рәсәйҙең 51 төбәгенән һәм 22 илдән ҡатнашыусылар килер тип көтөлә. ШОС һәм БРИКС саммиттарының Өфөлә үтеүе республикаға һәм баш ҡалаға яңы үҫеш мөмкинлектәре асты. Башҡортостан хәҙер халыҡ-ара саралар уҙғарыу урыны ғына түгел, ә бизнес өсөн ҙур мөмкинлектәр майҙаны. Саммиттарға әҙерлек сиктәрендә үткән осрашыуҙар, форум барышындағы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе – республикала тиҫтәләгән бизнес проектҡа нигеҙ һалды. Тиҙҙән Өфө урамдарында ҡытайҙа етештерелгән ошондай йәтеш йөк автомобилдәрен дә күрергә мөмкин буласаҡ. Был да бизнес менән бизнес араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу һөҙөмтәһе. Киләсәктә хатта бындай машиналарҙы Башҡортостанда етештереү мөмкинлектәре өйрәнелә.ШОС һәм БРИКС илдәренең төбәктәре араһында бәйләнештәрҙе нығытыу тәҡдимен тәү башлап Республика башлығы Рөстәм Хәмитов үткән йыл Тажикстанда белдергәйне. Дәүләттәрҙең төбәктәре араһында бәйләнеш булдырыу иҡтисади хеҙмәттәшлекте күпкә әүҙемләштерә. Мәҫәлән Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында бөгөн тауар әйләнешенең 90 проценты ошо форматта башҡарыла. Башҡортостан сираттағы форумды ойоштороусы булараҡ ҡатнашыусы бөтә илдәр менән дә иҡтисади бәйләнештәр нығытып ҡалыу мөмкинлегенә эйә. Ҡытай менән был эш 2 йыл элек башланған. Ишембайҙа әле Ижсталь тип аталған берлектәге предприятие төҙөлә, шулай уҡ нефть, газ һәм химия тармаҡтарында, ҡоролмалар етештереү буйынса проекттар ғәмәлгә ашырыла. Африка һәм Бразилия Башҡортостан менән автобустар төҙөү йүнәләшендә хеҙмәттәшлек итә. Шулай уҡ Ҡырғыҙстан, Тажикстан менән айырым предприятиелар булдырыу мөмкинлектәре барлана.Ҡунаҡтар өсөн бай программа ла әҙерләнгән. Уларға Өфөнөң тарихи урындары буйынса төҙөлгән экскурсия тәҡдим ителәсәк. Форум сиктәрендә Аҡбуҙат ипподромында ШОС һәм БРИКС илдәренең сабышсылар чемпионаты ла үтә. Бәйгелә ҡатнашасаҡ Украина һәм Ҡырғыҙстан спортсылары Өфөгә килеп тә еткән, әле улар ярышасаҡ аттар менән таныша. Ярыш шарттары буйынса, сабышта урындағы аттар ғына ҡатнаша, еңеүсене ике турҙан һуң билдәләйҙәр.



Последние новости

Яндекс.Метрика