Өфө студенттары ШОС һәм БРИКС илдәре ҡунаҡтарына йыр бағышлап яҙҙы

Мәртәбәле сараға ҡарата бындай үҙенсәлекле хөрмәт күрһәтеү идеяһы ике ай элек Башҡортостан социаль технологиялар институтының ижади оҫтаханаһында тыуған. Студенттар – йәштәр араһында иң әүҙем кешеләр. Йәмғиәттәге социаль технологияларҙы  өйрәнеүселәр – үҙҙәрен айырыуса аралашыусан, киң күләмле саралар үҙәгенә ынтылыусан итеп таныта. Был уҡыу йортоноң студент матбуғат үҙәге, радио һәм телевидение селтәре бар. Ижади йәштәрҙе берләштереүсе музыка  студияһы эшләй. ШОС Һәм БРИКС илдәре саммиттарын үҙенсәлекле тәбрикләргә уҡыу-методик эш бүлеге белгесе Алексей Ғәбзәлилов тәҡдим итә. Саммиттар гимнын уҡытыусылар студенттар менән бергә яҙалар. Бәхәстәр күп булды, ти автор һәм башҡарыусыларҙың береһе, Булат Хәйсанов. Хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ өсөн сиктәр юҡ, тип йырлай студенттар. Берҙәмлеккә, ҡеүәтлелеккә саҡыралар. Йыр яҙҙырылған, Донъя мәғлүмәт селтәренә сыҡҡан. Әле студенттар видеоклип монтажлау өҫтөндә эшләй. Уҡыу йортоноң тәрбиә эше бүлеге етәксеһе Наталья Нәбиуллина фекеренсә, йыр көйөнә һалынасаҡ һүрәтләмә  теҙмәһе лә осраҡлы түгел. Өфөләге Дуҫлыҡ монументы, ШОС һәм БРИКС илдәре иҫәбен һынлаусы студенттар һәм уларҙың дуҫлыҡ, мөхәббәт, шатлыҡ хистәрен һүрәтләүсе хәрәкәттәре саммиттарҙың маҡсатына тап килә, аралашыу һәм хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеүҙе сағылдыра.  Студенттар үҙ йыры менән донъя яуларға дәғүә итмәй. Бары йәштәштәрен башҡалабыҙҙа үткән мәртәбәле халыҡ-ара сараға битараф ҡалмаҫҡа саҡыра. 

Яндекс.Метрика