Өфө янындағы ҡот осҡос аварияла тере ҡалған ҡыҙға ҡан талап ителә

Уның яҡындары һәм туғандары бөгөн социаль селтәр аша халыҡҡа мөрәжәғәт итте.  Алина Усманова бик ауыр хәлдә дауаханала ята.    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 19-сы июль төнгө сәғәт өстәр тирәһендә Өфө  районының Николаевка ауылынан Курасково ауылына китеп барыусы  ЗАЗ Шанс машинаһы Авдон-Подымалово киҫелешендә төп юлдан килеүсе Мерседес автобусына юл бирмәй.  Ул еңел машинаны иҙеп тигәндәй үтә.  Юл-транспорт фажиғәһендә өс кеше һәләк булды. 

Яндекс.Метрика