Өфөгә яҡын автомобиль юлында ҡырағай ҡош табылған

Ул иреккә осорға ашыҡмай. Мәрхәмәтле кешеләр селәнде махсус кәртәлә тота.Эскерһеҙ ҡошсоҡто хужабикә йорт хайуандары борсомаһын өсөн генә ябып тота. Тяпа бөтөнләй ҡурҡа белмәй, ти Екатерина. Бәшмәк йыйырға тип яланға сыҡҡан ғаилә лә уға тап ошо сәбәпле юлыҡҡан. Туҡтауһыҙ машина йөрөгән юлда ҡалған селәнде тәүҙә ситкә ҡыуып ҡарайҙар, китергә теләмәгәс, кәрзингә ултыртып алып ҡайтырға ҡарар итәләр. Ҡошсоҡтоң саманан тыш тыныс холҡо тәбиғи түгел, тип хужалар уны табиптарға ла күрһәткән. Клиникаға иһә үҙенсәлекле йәнлектәрҙе йыш килтерәләр, хәҙер кешеләр ихатала бүре көсөктәрен дә аҫрай, сүбәккә һалып терпе алып килгәндәре лә бар, кемдер тауис ҡоштарын тота, ти ветеринария белгестәре.Селәндең донъяла 63 төрө бар. Һәммәһенә бер үҙенсәлек хас — һыу ятҡылыҡтары буйын яраталар.  Ризыҡтары балыҡ, әммә ваҡ йәнлек, бөжәктәр менән дә туҡланалар. Екатерина Тяпаны көнөнә бер нисә тапҡыр ваҡ балыҡ менән һыйлай. Бер нисә көн эсендә ғаилә был матур ҡош тураһында байтаҡ мәғлүмәт туплап өлгөргән. 8 йәшлек Сева селәнде ихатала ҡалдырыу яҡлы һәм уның сәбәбен дә аңлата.Малайҙың әсәһе башҡа фекерҙә. Ҡош арынғас, сәләмәтлеге нығынғас осоп китер, тип өмөтләнә. Шуға улын селәнгә артыҡ эйәләштермәй.Кәртә ҡапҡаһын асыу менән ҡошсоҡ сығырға ашыҡмай, бейегерәк урынға күсерһәң осорға ынтылмай. Алсаҡ кешеләр араһында бәлки үҙен тынысыраҡ тоялыр. Хәйер, ҡаурыйҙарын ҡабартып асыуын белдерә. Тимәк, ят кешеләр алдында үҙен хужа булараҡ хис итә.Селәндең аяҡтары оҙон һәм көслө, күҙҙәре үткер, ә суҡышы үлемесле ҡоралға тиң. Оло ҡошто ҡулға алғанда граната менән эш иткән кеүек һаҡ булырға кәрәк, тип иҫкәртеүселәр бар.Ҡурҡытыу һәм ҡурҡыу ҡырағай йәнлектәрҙең барыһына ла хас. Тәбиғи һыҙаттары ҡайтыу менән һоро селән дә иреккә осоуын көттөрмәҫ. 

Яндекс.Метрика