Өфөлә 4 автомобиль ҡатнашлығында теркәлгән авария сәбәпсеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды

Хәҙер уға 7 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йома көнө иртәнге 9-сы ярты тирәһендә Баҡалы урамы буйлап төшөп килгән Ауди автомобиле юғары тиҙлектә боролошҡа инә алмайынса Әй урамы яғынан килгән Лифан машинаһына бәрелде. Ҡытай автмобиле менән идара иткән 31 йәшлек ҡатын алынған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында һәләк булды. Уның 8 йәшлек ҡыҙы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылды. Табиптар билдәләүенсә, ҡыҙ бер нәмә лә хәтерләмәй. Әле уның хәле тағы ҡатмарлашҡан, ул йәнә иҫен юғалтҡан. 

Яндекс.Метрика