Өфөлә ауыр хәлгә тарыусыларға психологик ярҙам итеү үҙәге эшләй башланы

Психологтарға мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе йәштәр. Лилиәгә 23 йәш. Диплом яҡлағандан һуң ул үҙен насар тоя башлаған. Табиптар ярҙам итмәгәс ҡыҙ психологтарға мөрәжәғәт итә һәм яңылышмай.    Ҡыҙ әле көндөҙгө стационарҙа дауалана. Ваҡытында ярҙам күрһәткән үҙәккә рәхмәтле.  Күптәргә кәрәк саҡта дөрөҫ юл күрһәтеү, кәңәш итеү ҙә етә,  ти психологтар. 112 һандарына тәүлек әйләнәһенә стационар, кеҫә телефонынан шылтыратырға мөмкин. Хатта телефонығыҙҙың аҡсаһыҙ, сим картаһыҙ булыуы ла быға ҡамасауламай. Шылтыратыусылар менән аралашҡанда иң мөһиме ихласлыҡ һәм уларҙың хәленә инеү, ти белгестәр. Ауыр хәлгә тарыған кешеләр шылтырата икән уларҙы тиҙ-арала психолог менән тоташтыралар.Шылтыратыусылар менән эшләгәндә алынған мәғлүмәт сер итеп һаҡлана. Көн һайын үҙәккә меңләгән кеше шылтырата.  Уларҙың күпселеге йәштәр. Яҡын-арала психологтар  ауыр хәлгә ҡалғандарҙың йорттарына барып та ярҙам күрһәтәсәк.

Яндекс.Метрика