Өфөлә беренсе тапҡыр һауа шарҙарында ярыш ойошторолдо

Унда матбуғат хеҙмәткәрҙәре һәм эшҡыуарҙар көс һынашты. Бәйге шарттары буйынса, командалар 1 километр бейеклеккә күтәрелеп, төрлө күнекмәләр башҡарҙы, шулай уҡ, улар алыҫлыҡҡа уҙышыуҙа һәм таҫыллыҡта көслөләрҙе асыҡланы. Ә был ваҡытта ярышта ҡатнашыусыларҙың яҡындары һәм көйәрмәндәр төрлө конкурсттарҙа ҡатнашып, бағыусыларҙан бүләк отто. Ярышта тәүге урындарҙы эшҡыуарҙар бүлеште, матбуғат хеҙмәткәрҙе командаһы өсөнсө урын яуланы. Улар араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, телеоператор Илшат Ҡаҙаҡҡолов та бар. Ойоштороусылар ошондай сараларҙы йыл һайын уҙғарырға йыйына. 

Яндекс.Метрика