Эргәлә генә торған БМВ автомобиленә лә зыян килгән. Бөгөн Салауат ҡалаһында юл-транспорт фажиғәһендә бер кеше һәләк булды. ВАЗ автомобиле юғары тиҙлектә юл ситендә торған ЗИЛ машинаһына бәрелгән. Рәсәй машинаһының водителе урында уҡ һәләк булған. Бөгөн төндә Иҫке Собханғол ауылындағы аварияла ир кешенең ғүмере өҙөлгән. Йәйәүленең Фиат Албеа машинаһы аҫтында ҡалыуы ла билдәле. Был мәлдә руль артында полиция хеҙмәткәре ултырған. Тәртип һаҡсыһының иҫерек булғанлығы асыҡланған. Водитель Учалылағы эске эштәр идаралығы хеҙмәткәре вазифаһын башҡарған.
- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Өфөлә бөгөн иҫерек водитель Лада приора автомобилендә Хитачи экскаваторына килеп бәрелгән
Өфөлә бөгөн иҫерек водитель Лада приора автомобилендә Хитачи экскаваторына килеп бәрелгән
Хәбәрҙәр

Бөгөн төндә республика халҡы күктә ялағай уйнағанын күҙәтә алды
Стәрлетамаҡтан фотограф Станислав Ғиләжев тәбиғәттең был күренешен видеоға төшөрөп алған.

Интернет селтәрендә балыҡсының 16 килограммлыҡ суртан тотоуы тураһында видео билдәлелек ала
Бәләкәй генә йылғала була был хәл. Балыҡсыға суртанды кәмәгә сығарыу өсөн бик күп көс түгергә тура килә. Алыш сәғәттән ышу дауам итә. Һәм, ниһәйәт, суртанды күмәк көс менән тигәндәй һөйрәп алып кәмәгә һалалар. Уның ауырлығы 16 килограммдан ашыу булып сыға. Әгәр һеҙҙең дә ҡыҙыҡлы видеояҙмаларығыҙ...

Бөгөн Башҡортостан Парламенты депутаттары яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышын уҙғарҙы
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ағзалары кәңәшмәһенең көн тәртибенә бер нисә тиҫтә хоҡуҡи документ сығарылғайны. Был юлы социаль сәйәсәт, иҡтисад, сәнәғәт тармаҡтарына бәйле закон проекттарының күбеһе беренсе һәм икенсе уҡыуҙа ҡаралды.

Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре
Америка дәүләт секретары Джон Керри ҡушма штаттарҙың махсус хеҙмәттәренең Франция етәкселәренең телефондан һөйләшеүҙәрен тыңлауы тураһындағы хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты. Быға тиклем Викиликс милли именлек агентлығы Францияның өс президентының телефондан һөйләшеүҙәрен тыңлаған тип хәбәр иткәйне. ...

ШОС һәм БРИКС саммиттарына төбәп республикала ғәйәт ҙур эш башҡарылды
Быны һәр кем күрә һәм Өфөнөң күҙгә күренеп матурланыуынан һоҡланыуын йәшермәй. Тиҙҙән Ағиҙел йылғаһының яр буйы ла танымаҫлыҡ буласаҡ. Тиҙҙән баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары С.Юлаев һәйәкәленән алып “Юность” спорт-һауыҡтырыу компелексына тиклемге 1 км арауыҡты Ағиҙел яры буйлап үтә аласаҡ. Бында...

Республика юлдарында ғәҙәттән тыш хәлдәр арта
Был тәү сиратта эҫе көндәргә һәм ошо сәбәпле уяулыҡ юғалыуға бәйле. Юлдарҙа машиналар янып китеү осраҡтары ла йышайҙы. Был видео Өфө-Стәрлетамаҡ юлында төшөрөлгән. Булгаково ауылынан йыраҡ түгел генә фура янып киткән. Водитель машинаһын юл ситенә ҡуйып өлгөргән. Бөгөн ваҡиға урынында...

Өфө лимонарийына тәбиғәт ҡурсаулығы исеме бирергә йыйыналар
Был статус лимонарийға үҙ хоҡуҡтарын һаҡлау мөмкинлеген бирәсәк. Әйтергә кәрәк, унда Башҡортостан тәбиғәтенә хас булмаған төрлө экзотик емештәр, сәскә-декоратив культуралар, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үҫемлектәр ҙә бар. Мөғжизәле тәбиғәт мөйөшө үҙенсәлектәре менән беҙҙең хәбәрсе Рәлиә Сәхипгәрәева...

Башҡортостан хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләү кампанияһын дауам итә
Бөгөнгә күп йыллыҡ үләндәр сабыу менән бер рәттән, сенаж да хәстәрләнә. кооперативтар ҡышҡылыҡҡа һәр баш малға уртаса утыҙ центнер ризыҡ тупларға бурыслы. Ғәзинур Хәкимов әлшәй районында алдынғы механизаторҙарҙың береһе. Утыҙ йылдан ашыу хеҙмәтен ауыл хужалығына бағышлаған механизатор бесән мәлендә...

Көндәрҙең эҫе тороуы ҡоротҡос бөжәктәр үрсеүгә уңайлы шарттар тыуҙыра
Әбйәлил районында саранча сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Ун ауыл билмәһе ҡара сиңерткәнән зыян күргән. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡоротҡостар әле 13 мең 200 гектар майҙанды ялмап алған.

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Паҡстанда Синд виләйәтендә эҫенән 224 кеше һәләк булған. Карачи ҡалаһында ғына 45 градуслыҡ эҫенән 200 кешенең ғүмере өҙөлгән. Йәйге селләнән электр менә тәьмин итеү ҡатмарлаша. Паҡстан властары ярҙам һорап хәрбиҙәргә мөрәжәғәт иткән. Көнбайыштың беҙҙең илгә ҡарата санкцияларҙы оҙайтыу...

Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылында йәшәүсе 4 меңгә яҡын кеше бер нисә ай рәттән һыуһыҙ интегә
Улар әйтеүенсә, һыу бында тик байрамдарҙа ғына бирелә. Коммуналь хеҙмәт идаралығында насостарҙың иҫкереүенә һәм скважиналарҙың ҡыйланыуына зарланһалар, урындағы хакимиәт был хәлдең килеп сығыуында вайымһыҙ подрядсыларҙы ғәйепләй. Ә халыҡ һыуһыҙ йәшәргә мәжбүр.Һуңғы ваҡыт ауыл халҡы йыш ҡына урамда...

Стәрлетамаҡта йәйәүле машина аҫтында ҡалды
Ул әле бик ауыр хәлдә дауаханала ята. Яҡындары әйтеүенсә, аңына килә алмай, яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған. Юл аша сығып барыусыны тапатҡан водителдең ҡатын-ҡыҙ икәне һәм авария мәлендә светофорҙың эшләмәгәнлеге билдәле. Бындай эҫелә юлда водителдәрҙең уяулығы ла юғала. Шуға...

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтары артасаҡ
Был маҡсатта төбәк ҡаҙнаһынан өҫтәмә 1 миллиард 200 миллион һум бүленә. Уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре - 97 мең кеше юғары эш хаҡы ала башлаясаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башнефть акцияларының 25 проценты һәм йәнә бер акцияны Башҡортостан Республикаһы милкенә күсереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы
Республика өсөн был тарихи ғәҙеллекте ҡайтарыу күҙлегенән дә, яңы финанс мөмкинлектәр алыу йәһәтенән дә иҫтәлекле ваҡиға, тип билдәләне журналистар менән осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов. Указға ярашлы, Рәсәй хөкүмәте ике ай эсендә Башнефть акционерҙар йәмғиәтенең федераль милеккә ҡараған...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Көнбайыштың беҙҙең илгә ҡарата санкцияларҙы оҙайтыу тураһындағы ҡарарына яуап итеп Рәсәй Европанан индерелгән аҙыҡ-түлеккә эмбаргоны шул килеш ҡалдырырға булды. Ошо туралағы документ әҙерләнеп Рәсәй президенты хакимиәтенә тапшырылған. Европа берлеге санкциялары 2016-сы йылдың ғинуарына...

Өфөлә мутлашыусылар күбәйә
Яңыраҡ баш ҡаланың Киров районындағы күп фатирлы йорт хужаларына ,,Дезинфекция һәм дератизация үткәреләсәк, хеҙмәт өсөн һеҙгә күрһәтелгән иҫәпкә 280 һум самаһы аҡса күсерергә кәрәк,, тигән квитанциялар килгән. Йәғни, билдәһеҙ кешеләр кешеләргә фатирҙарында кимереүселәрҙән һәм паразит...

Өфөгә Бөтә Рәсәй Дәүләт Телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы операторҙары килде
Бөтә Рәсәй Дәүләт Телевидение һәм Радио Компанияһы Өфөлә үтәсәк саммиттарҙы яҡтыртыусы төп телекомпания булараҡ билдәләнгән. Ошо көндәрҙә башҡалаға телеканалдың баш операторҙары килде. Белгестәрҙең маҡсаты – халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиғалар үткәреүгә тәғәйенләнгән майҙандар менән урында танышыу һәм...

Башҡортостан Республикаһы төбәккә Ҡытай туристары иғтибарын йәлеп итергә ниәтләй
Ҡытай Халыҡ Республикаһы туроператорҙары август айында Өфө ҡалаһы, Әбйәлил, Бөрйән, Күгәрсен, Салауат, Учалы райондары буйлап бер аҙналыҡ танышыу сәйәхәтенә саҡырылған. Республиканың туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Дәүләт комитеты был реклама турын Башҡортостанды туризм өсөн хуп күрелгән төбәк...

Рәсәйҙә Мәккә һәм Мәҙинәгә хажға барырға теләүселәрҙән документтар ҡабул ителә башланы
Быйыл Сәғуд Ғәрәбстанына ғибәҙәт ҡылыу ваҡыты сентябрь айына тура килә, Ҡорбан байрам – 24 сентябрҙә билдәләнә. Изге урындарға хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө ай башында уҡ сәйәхәткә юлланасаҡ. Хаж-миссияһының федераль сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда быйыл 16400 кешегә дөйөм Рәсәй квотаһы бирелә....

Первушино аэродромында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған тамаша үтте
«Беҙ – үткән замандан » исемле хәрби хәрәкәттәрҙе реконструкциялауҙы һәм Авиа-шоуҙы беҙҙең хәбәрселәр ҙә күҙәтте. . Ҡыҙыл армия ғәскәре юлдың уң яғында, ә немец һалдаттары уларҙы юл аша күҙәтә. Хәрбиҙәр бер-нисә сәғәттән башланасаҡ алышҡа әҙерләнә. Туймазы ҡалаһынан килгән Венер Шәңгәрәев яу...

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы йылға-күлдәрҙә батып үлеүселәр артыуға борсолоу белдерә
Фажиғәләрҙең төп сәбәбе-эскелек, ябай ҡағиҙәләрҙе инҡар итеү. Йыл һайын республика һыу ятҡылыҡтарында 100 кеше һәләк була. Уларҙың күбеһе эскән килеш һыуға төшә. Күп кенә ата-әсәләр йылға-күл буйҙарында ял иткәндә балаларын ҡарауһыҙ ҡалдыра. Ошо сәбәпле лә республикала йыл һайын бер-нисә фажиғәле...

Синоптиктар фаразы
Бөгөн Республиканың айырым биләмәләрендә һауа температураһы +35 градусҡа тиклем етәсәк. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуып, күк күкрәүе, ел тиҙлеге 20 метрға тиклем етеүе ихтимал. Июль башынан Башҡортостанда ямғырҙар көтөлә. Был аҙна дауамында иһә көндәр эҫе торасаҡ. Көндөҙ 24-34 градус булыуы...

Башҡортостанға эш сәфәре менән Франция делегацияһы килде
Улар бөгөн республика хөкүмәтендә осрашыуҙар уҙғарҙы. Әңгәмә барышында быға тиклем булған бәйләнештәрҙе юғлтмау кәрәклеге билдәләнде. Һуңынан ауыл хужалығы министрлығында иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында инвестициялар йәлеп итеү, берлектәге проекттар булдырыу мөмкинлеге ҡаралды. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән...
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 330
- 331
- 332
- 333
- 334
- 335
- 336
- 337
- 338
- следующая ›
- последняя »