Өфөлә бөгөн төндә фажиғәле аварияла ике кеше һәләк булды

Өфөлә бөгөн төндә фажиғәле авария теркәлде. Иҫерек водитель арҡаһында ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл транспорт ваҡиғаһы Сельская Богородская урамында була. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, унынсы модель ВАЗ машинаһы ыңғай йүнәлештә хәрәкәт итеүсе ПАЗ автобусына барып бәрелә. Йәмәғәт транспорты иһә ҡаршы яҡ юлға килеп сығып, Реноға төкөй. Һөҙөмтәлә сит ил автомобиле салонындағы 28 йәшлек водитель һәм 44 йәшлек пассажиры һәләк була. Фажиғә сәбәпсеһе Магнитогорскийҙан килгән ВАЗ хужаһы иҫерек икәнлеге асыҡлана.  



Последние новости

Яндекс.Метрика