Өфөлә БРИКС һәм ШОС илдәренең беренсе йәштәр форумы асылды

Рәсәй йәштәр союзы был йыйынды июль башында үткән саммиттар йомғаҡтары буйынса фекер алышыу һәм йәштәрҙең уртаҡ проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн юл картаһы булдырыу маҡсатында ойошторорға тәҡдим итте. Форум БРИКС хәрефтәре иҫәбенә ярашлы биш йүнәлештә үтә – эшҡыуарлыҡ, фән, яңыса алымдар, яуаплылыҡ, хеҙмәттәшлек. Хеҙмәттәшлекте иһә йәштәр уртаҡ мәғлүмәт даирәһен төҙөүҙән башлай.Уртаҡ мәғлүмәт даирәһендә идеялар банкын ойоштороу мөһим. Рәсәй йәмәғәт палатаһының комиссия рәйесе Елена Сутормина белдереүенсә, ул төрлө инновация проекттарын туплау урыны булараҡ кәрәк. Эксперттар раҫлауынса, лайыҡ проекттар артабан БРИКС үҫеш банкы  ярҙамына иҫәп тота аласаҡ. Форумды Рәсәй йәштәр союзы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Павел Красноруцкий асты. Халыҡ-ара мәсьәләләрҙең киҫкенлеге берҙәм ҡарарҙар менән яңы төрлө хеҙмәттәшлек юлдарын талап итә. Был бурыстарҙы үтәүҙә йәштәрҙең ҡатнашыуы БРИКС һәм ШОС ойошмаларының үҫеше һәм тотороҡлоғо өсөн дә мөһим, тип билдәләне ул. Йәштәр йыйынының әһәмиәтлегенә туҡтарып  ул инновация, фән, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлекте ғәмәлгә ашырыуҙа беҙ яуаплы, тигән девиз алырға саҡырҙы. Рәсәй йәштәр союзы исеменән Павел Красноруцкий халыҡ-ара форум ҡарамағына БРИКС илдәрендә йәштәр туризмы өсөн визаһыҙ йөрөү тәртибен раҫларға, Рәсәй менән Һиндостан йәштәре араһында 2018-се йылға тиклем тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген тәьмин итергә, ШОС һәм БРИКС илдәренең йәштәр эксперт үҙәген ойоштороп, дәүләт-ара хеҙмәттәшлектең иң мөһим мәсьәләләре буйынса шунда фекер алышырға тәҡдим итте.  Йәштәр форумында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Рәсәй парламентының юғары палатаһы вәкилдәре Рафаил Зиннуров һәм Лилиә Ғүмәрова тәбрикләне. Йәштәр форумының көн тәртибендә фән, мәғариф, мәҙәниәт һәм инновацияларға идара итеү йәһәтенән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеү, БРИКС һәм ШОС илдәре араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеү программаларын һәм проекттарын раҫлау, башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелә. 

Яндекс.Метрика