Өфөлә халыҡ-ара асыҡ марафон үтте

Ҡатнашыусылар „Динамо„ стадионы алдынан старт алды. Марафонда йүгереү өсөн 15 төбәктән һәм 80-дән ашыу ҡаланан спортсылар килгәйне. Хатта Белорусия, Ҡазахстан, Украина һәм Американан да ҡатнашыусылар бар ине.  42 км-ға 300, 10 км-ға -700, күмәк йүгереүҙә- 1000-дән артыҡ кеше ҡатнашты. Беренсе урынды 42 саҡырымды 2 сәғәт 28 минутта үтеп Өфө егете Эдуард Төхвәтуллин яуланы һәм 42 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. 



Яндекс.Метрика