Өфөлә инкассаторҙарға һөжүм иткәндәр

Үткән шәмбе Өфөлә һөжүмгә дусар булған инкассаторҙарҙың береһе дауаханала аңына килмәй вафат булған. Икенсеһе ауыр хәлдә Мәскәүгә оҙатылған. Әлеге ваҡытта енәйәтте асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара. Был урындағы фажиғәне бөгөн ҡоромға буялған аҙыҡ арбалары менән банкоматтар ғына хәтерләтә. Улар һоро япма менән йәшерелгән. Магазин ҡәҙимге тәртиптә эшләй. Хакимиәт бәхетһеҙ осраҡ тураһында белешмә бирмәй, тип камера алдында ул ишектәрен ябыуҙы хуп күрә. Барыһы ла ял көнөнөң ҡыҙған бер мәлендә килеп сыға. Аҙыҡ-түлек магазинында һәр ваҡыттағыса кеше күп. Инкассаторҙар ҡәҙимге эшен башҡарырға — банкоматтарҙың береһен ҡулаҡса менән тулыландырырға килә.  Банк хеҙмәткәрҙәре терминал эргәһенә килеү менән шартлау яңғырай. Шаһиттар белдереүенсә быларҙың бөтәһе лә күҙ асып йомған арала үтә. Һатып алыусылар менән һатыусылар шартлауҙан зыян күрмәгән. Видеокүҙәтеү алып барған камералар яҙмаһы буйынса инкассаторҙар артынан магазинға ике йәш кеше инә. Уларҙың береһе инкассаторҙарға ниндәйҙер шыйыҡса һибә, икенсеһе шырпы һыҙып ырғыта. Инкассаторҙарҙың кейеменә ут ҡабыу менән билдәһеҙҙәр юҡҡа сыға. Әле уларҙы полиция эҙләй.

Фажиғәғә тарыған инкассаторҙар шунда уҡ дауаханаға оҙатыла. Уларҙың береһе һәләк була, икенсеһенең ғүмере өсөн әле Мәскәү табиптары көрәшә. Фажиғәле осраҡ буйынса бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр һөжүм итеүселәрҙең маҡсатын асыҡларға тейеш. Сөнки инкассаторҙар банкоматҡа һалырға алып килгән аҡса тейелмәй ҡалған. 

Яндекс.Метрика