Өфөлә Конгресс холл бинаһы янында күнекмәләр үтте

Ут Ағиҙел йылғаһынан алынған һыу ярҙамында һүндерелә. Был ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы үткәргән күнекмә сценарийы. Конгресс холл бинаһы янына тиҙ арала янғын һүндереү машиналары ла килеп етте. Күнекмәләрҙең шарты буйынса бинаның аҫҡы ҡатында янғын сыҡҡан. Бинаны һыу менән тәьмин итеү туҡтатылған осраҡта, янғын һүндереүселәр икенсе ут менән көрәшеүҙең башҡа ысулдарын да табырға бурыслы. Был юлы Конгресс-холды һыу менән тәьмин итеү өсөн Ағиҙел йылғаһынан ике километр самаһы торба һуҙылды. Күнекмәләргә ошондай һыу ҡыуыу станцияһы булған автомобилдәр йәлеп ителде. Улар секундына 125 литр һыу ҡыуырға һәләтле. Был юлы ошондай өс автомобиль файҙаланылды.Конгресс-холдың аҫҡы ҡатындағы ут 15 минут эсендә һүндерелде. Янғын һүндереүгә барлығы 6 берәмек техника һәм 24 кеше йәлеп ителде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәкселеге янғын һүндереүселәрҙең эшен ыңғай баһаланы.Ошондай күнекмәләрҙе башҡа обьекттарҙа ла ойоштороу ҡарала. Улар ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан айырыуса мөһим.

Яндекс.Метрика