Өфөлә Мәғрифә Зәки ҡыҙы Мәүлитоваға мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе Мәғрифә Зәки ҡыҙы Мәүлитоваға мемориаль таҡтаташ асылды. Башҡортостанда нефть сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән легендар  башҡорт ҡатын-ҡыҙы тураһында ветерандар үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. 42 йылда  112-се башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәренә 13 вагон  бүләктәр менән башҡорт делегацияһы фронтҡа бара. Делегацияла  Мәғрифә Мәүлетова ла була. Яугирҙәр менән аралашҡанда эскадрон командирының яу аты башҡа бер кемде лә яҡынлатмай тигәс, сая ҡатын аҫау атты ауыҙлыҡларға була.  Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ ат Мәғрифәгә бойһонғас, һалдаттар аптырауға ҡала. Ауылдан 7 класс белем менән сығып киткән ҡыҙ ҙур фәнни ойошманың етәксеһенә тиклем үҫә. Баш НИПИнефть институты ветерандары Мәғрифә Мәүлитованы  башҡорт нефтенең легендаһы тип йөрөтә.200-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы,  СССР-ҙың почетлы нефтсеһе Мәғрифә Мәүлитоваға бағышланған  мемориаль таҡта Ленин урамының 84-се йортонда урынлашҡан.  

Яндекс.Метрика