Өфөлә мутлашыусылар күбәйә

 Яңыраҡ баш ҡаланың Киров районындағы күп фатирлы йорт хужаларына „Дезинфекция һәм дератизация үткәреләсәк, хеҙмәт өсөн һеҙгә күрһәтелгән иҫәпкә 280 һум самаһы аҡса күсерергә кәрәк„ тигән квитанциялар килгән. Йәғни, билдәһеҙ кешеләр кешеләргә фатирҙарында кимереүселәрҙән һәм паразит бөжәктәрҙән түләүле ҡотолоу юлын тәҡдим итәләр. Илфат Вәлиев Пушкин урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә йәшәй. Яңыраҡ уға дезинфекция һәм дератизация үткәреләсәк, тигән ҡағыҙ килгән. Фатир хужаһы бындай квитанцияны беренсе тапҡыр күрә. Илфат Вәлиев билдәләүенсә, уларҙың подъезында ғына 100-ҙән ашыу фатир бар. Һәр береһенән 300 һум йыйғанда ла байтаҡ аҡса туплана. Квитанциялар буйынса Республика дезинфекция үҙәгенә бер нисә мөрәжәғәт булған. Сөнки, тап ошо, шулай уҡ, рөхсәте булған тағы лша бер нисә ойошма кимереүселәрҙе һәм бөжәктәрҙе юҡ итеү менән шөғөлләнә. Белгестәр әйтеүенсә, квитанцияны был өлкәлә белеме булмаған кеше әҙерләгән. Павел Мочалкин әйтеүенсә, дезинфекция менән шөғөлләнгән бер нисә ойошма бар. Улар идарасы компания менән мотлаҡ рәүештә килешеү төҙөп, һуңынан ғына дезинфекция үткәрә. Бер квадрат метрҙы эшкәртеү бер-нисә тингә генә төшә. Йәғни, квитанцияла хаҡ күпкә арттырып күрһәтелгән. Тағы бер мөһим мәғлүмәт, дезинфекция үткәреүсе белгестәрҙең документтары булырға тейеш. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы базаһында дезинфекция хеҙмәттәрен күрһәтеүсе ойошма тураһында мәғлүмәттәр булмай сыҡты. Белгестәр әйтеүенсә, бәлки предприятие яңы ғына теркәлгәс, ул исемлеккә инеп өлгөрмәгәндер. Әйткәндәй, кешеләрҙең ниндәйҙер ойошма буйынса шиге булһа, улар махсус сайттан мәғлүмәт йыя ала. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте белгестәре лә дезинфекция һәм дератизация үткәреүсе буйынса хеҙмәт күрһәтеүсе ойошма тураһында мәғлүмәт тапманы. Мәғлүмәттәр буйынса, ойошманың адресы Урицкий урамындағы 16-сы йорт. Тик, бында икенсе компаниялар урынлашҡан. Улар әйтеүенсә, ойошма яңыраҡ ҡына буш бүлмәне ҡуртымға алған. Әммә, ул бүлмә лә юҡ, кешеләрен дә тапманыҡ.Квитанция башҡаларынан айырылмай тиерлек. Шуға ла  күптәр аҡсаһын да  түләп өлгөргән. Халыҡты иҫкәртергә теләйем. Шундай квитанциялар килһә, түләмәһендәр. Тәүҙә айышына төшөнһөндәр. Идарасы компания дезинфекция станцияһы менән килешеү төҙөгән, уға ярашлы, станция ҡыйыҡтарҙа, баҫҡыстар тирәһендә, йорт янында дезинфекция үткәрә. Һәм ошо башҡарылған эштәр өсөн түләү йортто хеҙмәтләндереү тарифына индерелгән. Шуның өсөн идарасы компания башҡа предприятиелар менән өҫтәмә килешеүҙәр төҙөмәй. Белгестәр ҡанунһыҙ юлдар менән аҡса эшләргә теләүселәрҙың ҡармағына эләкмәҫ өсөн уяу булырға саҡыра. Сөнки мутлашыусылар әленән-әле халыҡты алдауҙың яңы юлдарын табып тора. 

Яндекс.Метрика