Өфөлә «ӨФӨ» ҡала брендын үҫтереү стратегияһын тикшерәсәктәр

Баш ҡалала республика брендын әҙерләүгә арналған «Башбренд — 2015» семинары уҙғарыла. Ошо хаҡта төбәктең Инвестициялар йәлеп итеү агентлығы хәбәр итә.Сараға маркетинг һәм киң коммуникациялар буйынса белгестәр килеүе көтөлә. Улар оҫталыҡ дәрестәрендә көслө бренд булдырыу серҙәре менән уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ ҡасан һәм ни өсөн кешеләр бренд өсөн өҫтәмә хаҡ түләргә әҙер икәнлеге хаҡында һөйләйәсәк. Эксперттар республиканың популяр брендтарын баһалаясаҡ һәм уларҙы яҡшыртыу буйынса кәңәштәр бирәсәк. 



Последние новости