Өфөлә оло йәштәгеләр араһында спартакиада үтте

70-80 йәшлек олатайҙар һәм өләсәйҙәр күптәргә өлгө булырлыҡ. Улар өй эштәренән тыш, фитнес менән шөғөлләнергә лә, хатта ғашиҡ булырға ла өлгөрә.  Анатолий Колесов менән Ольга Тюрина үҙҙәренең һуңлап табылған бәхеттәрен „студент мөхәббәте„ тип шаяртып телгә алырға ярата.  Уларҙы өсөнсө быуын университеты осраштыра. Ольга Владимир ҡыҙына 68, Анатолий Василий улына 73 йәш булыуға ҡарамаҫтан беҙ бер-беребеҙ өсөн һаман йәш, ти ҡарттар. Олоғайып ҡына осрашып бер-береһен тапҡан ғаиләгә быйыл бер йыл була.  Хаҡлы ялға сыҡҡас икенсе һулыш алып йәшәй башланым, ти Анатолий Колесов. Өфөнөң   26-сы мәктәбе уҡыусылары үҙҙәренең ветерандарын онотмай. Байрамдары менән ҡотлап,  ваҡ-төйәк эштәрендә эшләшеп китәләр. Оло кешегә күп кәрәкмәй, иғтибар булһа шул етә, ти һуғыш ветераны 96 йәшлек Константин Кирюхин. Хаҡлы ялға сыҡҡан ололар тормош яңы башлана ғына тип, яңы һулыш алып, дәртләнеп донъя көтәләр. Иң мөһиме, барыһын да берләштергән ҡыҙыҡлы шөғөлдәре бар . 65 йәштә мин әле донъяның ҡәҙерен белә генә башланым, ти Асия Тимерхан ҡыҙы. Йөҙөү, фитнесҡа йөрөү тәнде йәш көйөнсә тоторға ярҙам итә, ти ханым. Асия Тимерхан ҡыҙы фитнес  үҙәккә бишенсе йыл йөрөй. Ҡатын-ҡыҙ нисә йәштә булыуына ҡрамаҫтан, һәр саҡ гүзәл булып ҡалырға тейеш, тигән фекерҙә ул. Ололарҙан йәш быуынға өлгө алырға ғына ҡала. Өфө ҡалаһында уҙған хаҡлы ялдағылар спартакиадаһы ла быға дәлил. Бында ҡатнашыусыларҙың иң өлкәненә 84, иң йәшенә 55 йәш ине. Спартакиадала  77 йәшлек Клавдия Павловна үҙенең һығылмалығы менән барыһын да таң ҡалдырҙы. 



Яндекс.Метрика