Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре етәкселәре советының киңәйтелгән ултырышы башланды

Уның йомғаҡтары буйынса берлектәһе мөһим документтарға ҡул ҡуйылыр тип көтөлә. Әле ШОС-ҡа Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан инә, Монголия, Һиндостан, Иран, Пакистан һәм Афғанстан – күҙәтеүселәр статусында. Партнерҙар сифатында Төркиә, Шри-Ланка, Белоруссия сығыш яһай. Уҙған йыл Пакистан менән Һиндостан ШОС-ҡа инеү теләген белдеҙе, бөгөн Өфөлә был процесты башлау күҙаллана. Һуңғы ҡарарҙар киләһе йылда Һиндостанда үтәсәк ШОС саммитында ҡабул ителергә тейеш. Ултырыш тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән  яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында танышырға мөмкин.

Яндекс.Метрика