Уның йомғаҡтары буйынса берлектәһе мөһим документтарға ҡул ҡуйылыр тип көтөлә. Әле ШОС-ҡа Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан инә, Монголия, Һиндостан, Иран, Пакистан һәм Афғанстан – күҙәтеүселәр статусында. Партнерҙар сифатында Төркиә, Шри-Ланка, Белоруссия сығыш яһай. Уҙған йыл Пакистан менән Һиндостан ШОС-ҡа инеү теләген белдеҙе, бөгөн Өфөлә был процесты башлау күҙаллана. Һуңғы ҡарарҙар киләһе йылда Һиндостанда үтәсәк ШОС саммитында ҡабул ителергә тейеш. Ултырыш тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында танышырға мөмкин.
- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре етәкселәре советының киңәйтелгән ултырышы башланды
Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре етәкселәре советының киңәйтелгән ултырышы башланды
Хәбәрҙәр

Өфөләге янғын һүндереү бүлегенә фәрештә эйәләшкән
Өфөнөң 8-се янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәрен хәҙер фәрештә һаҡлай. Кемдәрелер уны бүлектең талисманы, тип йөрөтә. Килгән ҡунаҡтар уның менән фотоға төшә, кемдәргәлер ул ҙур юғалтыуҙы иҫләтә, әммә ышаныс, көс бирә. Ололар уға ҡарап илай, ә беҙҙең хәбәрселәр һоҡланып ҡайтҡан. Ләйсән...

Башҡорт атлылары эҙенән...
Луганск өлкәһендә 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы менән бәйле артефакттарҙы эҙләйҙәр. Ҡаҙыныу эштәрендә Башҡортостан эҙәрмәндәре лә ҡатнаша. Ҡаҙыныу эштәре өсөн Антрацит районы осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо ерҙәрҙә 1943 йылдың февралендә барған ҡаты бәрелештәрҙә данлыҡлы дивизия ҙур...

Өфөлә “Еңеү” тип аталған республика марафонына старт бирелде
Рәсми сара 7 ноябрь көнө Еңеү паркында үтте. Был дата осраҡлы ғына һайланмаған, 1941 йылдың ошо көнөндә Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда парад үтә, һалдаттар унан тура фронтҡа оҙатыла. Республика акцияһының штандарты беренсе булып Борай районына тапшырылды. Май айына тиклем марафон бөтә республиканы урап...

Башҡорт бейеүе бөтә донъяға тарала
Интернет селтәрендә барған флешмобҡа ҡушылыусылар һаны артҡандан-арта. Башҡорт бейеүен Көнъяҡ Осетия һалдаттары ла башҡарҙы. Башҡортостан егете Радмир Билалов үҙенең хеҙмәттәшен бейергә өйрәткән. Шул рәүешле улар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле башлап ебәргән һәм...

Аҡбуҙат Бөрйәнгә ҡайтты
Бөрйән районындағы “Йылҡысыҡҡан” күленә килеүселәрҙе Аҡбуҙат ҡаршы аласаҡ. Унда халыҡ эпостарында һүрәтләнгән ҡанатлы толпар һынын урынлаштырыу эштәре башланды. Йыһан аты Силәбеләге Кәҫле заводында суйындан ҡойолғайны, скульптураны 6-сы ноябрҙә ауыр техника ярҙамында алып килделәр. Әле суйын...

Рәсәйҙәге тәүге “алтын сөй” Башҡортостан ерендә ҡағыласаҡ
Тиҫтәләгән ғилми тикшеренеүҙәрҙән һуң бөтө ил ғалимдары Усолка киҫемен рәсми рәүештә геология объектарының эталоны, тип раҫланы. Тап ошо урында тиҙҙән геопарк төҙөләсәк. Әле бында таҙартыу, төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Усолка киҫемендә эштәр барышын хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова күреп ҡайтты...

Өфөлә крандағы һыуҙы ҡурҡмайынса эсергә була
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баш ҡалалағы эсәр һыу сифаты тураһында яҙып сыҡты. Республика етәксеһе билдәләүенсә, интернет селтәрендә был темаға бәйле ялған мәғлүмәттәр бихисап. Улар араһында спекулянттар ҙа етерлек. “Әммә Өфөлә крандан һыуҙы ҡурҡмайынса эсергә мөмкин тип ышаныслы...

Өфөлә сыҡҡан янғында фатир хужаһы сәбәпсе булыуы ихтимал
Өфөләге күп ҡатлы йортта сыҡҡан янғында 11 кеше, шул иҫәптән 6 бала зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәл кисә көндөҙгө сәғәттәрҙә баш ҡаланың Дмитриев урамында теркәлде. 9 ҡатлы йортағы фатирҙарҙың береһенән көслө төтөн сығыуын күреп янғын һүндереүселәрҙе саҡырталар. Утҡа ҡаршы көрәшкә 13 берәмек техника...

Йыл директоры-Башҡортостандан
Әйткәндәй, күп йүнәлешле колледжға етәкселек иткән Сынтимер Баязитов Рәсәйҙең 2019 йыл директоры, тип танылды. Санкт-Петербургта һөнәри белем биреүҙең алдынғы йүнәлештәренә арналған 15-се Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә Өфөнөң күп йүнәлешле колледжында тупланған тәжрибә юғары баһа алды һәм “Рәсәйҙең...

Шиғыр һөйләүселәр конкурсы
Тормош йәме матди байлыҡта ғына түгел, ә рухи аҙыҡта ла. Республиканың һөнәри белем биреү йорттары студенттары Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен ойоштороп туған телде һәм милли шиғриәтте һөйөүен дәлилләне. Был егеттәр һәм ҡыҙҙар күп йүнәлешле һөнәр биреү колледжында...

Яҙыусылар берлеге һәм «Китап» нәшриәте юбилейҙарын туйлай
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең – 100, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлегенең 85 йыллығын уҙғарыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, ойоштороу комитетына республика хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәров...

Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡын 2022 йылға 43 мең һумға еткереү күҙаллана
2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарға республиканың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауҙа тап ошондай хеҙмәт хаҡы күрһәткесе билдәләнгән.Башҡортостандың вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, хеҙмәт хаҡы инфляция үҫешенә ҡарағанда юғарыраҡ булыр, тип...

Башҡортостанда шәхси йорттарға газ үткәрер өсөн сертификат тапшырыласаҡ
Республика башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Сертификаттар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, хәрби хәрәкәттәрҙә яраланғандарға, инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә һәм күп балалыларға бирелә. Документ ике төр күләмгә иҫәпләнгән – 60 һәм 100 мең һумлыҡ сертификаттар...

Законға ярашлы киске сәғәт 10-дан һуң фатирҙа шауларға ярамай
Әммә ҡағиҙәне барыһы ла теүәл үтәргә ашыҡмай. Бигерәк тә был торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашҡан күңел асыу урындарына ҡағыла. Ошондай йорттарҙа йәшәгән халыҡтың мөрәжәғәттәренә таянып йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре рейдтар үткәрә.Төн, урам, фонарь. Бер аҙ яҡтылыҡ төшөп...

Өфө урамдарын ташландыҡ автомобилдәрҙән таҙарталар
Башҡалала юлдарҙы таҙартыуға, сүп-сар сығарыуға ҡамасаулаған барлыҡ транспорт саралары эвакуациялана. Быға тиклем махсус комиссия рейд үткәреп, машиналарҙың хужаларын иҫкәртеп сыҡҡайны. Мөрәжәғәткә ҡолаҡ һалмағандарға тимер аттарын махсус туҡталҡанан эҙләргә тура киләсәк. Өҫтәүенә, эвакуация һәм...

Экологик дәрестәр, тематик уйындар
Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте. Ошо арауыҡ эсендә күпселек район-ауылдарҙа махсус майҙансыҡтар булдырылды, контейнерҙар ҡуйылды. Ә Өфөнөң ҡайһы бер райондары сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса пилот проектында ҡатнаша. Өфөнөң 150-се балалар баҡсаһында...

Мәғариф салоны
Өфө мәғариф тураһында тулы һәм киң мәғлүмәт сығанағына әйләнде. Рәсәйҙең 18 төбәгенән килгән 198 ойошма тәҡдим иткән заманса белем биреүҙең яңы һәм өр-яңы өлгөләренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла күҙ һалды.Мәғариф тармағын белгестәр менән тәьмин иткән педагогия университетының белем биреүҙең иң...

Бер көн эсендә 43 операция
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табибы операциялар эшләү һаны буйынса Рәсәй рекордын ҡуйҙы. Хирург Гөлнара Исрафилова бер көн эсендә 43 операция эшләне. Табип менән беҙҙең хәбәрселәр осрашты. Рәмил Раянов Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына Яңауыл районы...

Кушнаренкола яңы кино залы асылды
Кушнаренко районында “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә яңы кино залы асылды. Урындағы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан кинозал 372 кешегә иҫәпләнгән. Унда донъя прокатының яңы фильмдары күрһәтеләсәк. Зал күп каналлы тауыш системаһы менән йыһазландырылған, экран иһә 3D...

Тәтешле районында янғында ҡатын һәм ике бала һәләк булды
Ут иртәнге дүрттәр тирәһендә сыға һәм бер-нисә минут эсендә йортто ялмап та ала. Янғын һүндерелгәс харабалар араһында 29 йәшлек ҡатындың, ике һәм һигеҙ йәшлек сабыйҙарҙың кәүҙәләре табыла. Тағы ла өс кешенең дауаханаға килтерелеүе тураһында билдәле. Янғын сәбәптәре билдәле түгел. 22 октябрь...

Алданған туристар
Беҙҙең телеканалда алданған туристар тураһында күрһәтелгән сюжеттан һуң хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеүселәр бермә-бер артҡан. Клиенттар юллама өсөн түләгән аҡсаларын кире ҡайтарыуҙы талап итә. “Леда Тревел” компанияһы офисы бер нисә аҙна бикле тора. Телефон аша шылтыратыуҙарға...

Яңы йылға бүләктәр
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы балаларға Яңы йыл шыршыһында тапшырыу өсөн тәмлекәстәр һәм уйынсыҡ ҡомаҡтар һатып алыуға бер миллион һумдан ашыу аҡса тотонорға әҙер. Ведомство дәүләт һатып алыуҙары сәхифәһендә аукционға ике ғариза урынлаштырҙы. Унда еңгән компания 16 декабргә тиклем...

1-се ноябрҙән күп кенә үҙгәрештәр ғәмәлгә инде
Беренсе сиратта яңылыҡтар водителдәргә, хаж ҡылыусыларға һәм кредитҡа аҡса алыусыларға ҡағыла. Тәжрибәле водитель Юрий Аняновтың һәр иртәһе хәҙер автобусҡа ҡуйылған яңы ҡоролма – тахографты көйләүҙән башлана. Ул тәү сиратта водителдәрҙең эш режимын күҙәтеү өсөн уңай. Тахографтар транспорттың...
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- 10
- 11
- …
- следующая ›
- последняя »