Пресс-конференция По итогам Арктической экспедиции ГТРК «Башкортостан» - 1475197291 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең финанс форумы үтә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БРИКС илдәренең үҙәк банктары үҙ-ара ярҙам тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.  Документҡа ярашлы, Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм ЮАР БРИКС илдәренең валюта резервын булдыра. Ул 100 миллиард доллар самаһы. Ошо минуттарҙа Өфөлә БРИКС илдәренең эшлекле советында яңы банктың эшмәкәрлек өҫтөнлөктәре һәм валюта резервтары пулы  тураһындағы мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙар бара. БРИКС илдәренең эшлекле советы Көньяҡ Африка республикаһының Дурбан ҡалаһында үткән саммитта ойошторолғайны. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефе тураһында иҫкәртә    | ГТРК «Башкортостан»

Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефе тураһында иҫкәртә

Бөгөн, 18 июлдә төбәктә елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе ихтимал, тип хәбәр итәләр гидрометеорология үҙәгенән. Юлдарҙа томан төшөүе фаразлана. Шуға ла белгестәр алыҫ араларға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Шулай уҡ, йәйәүлеләргә электр сымдарының бағаналары, реклама таҡталары, ағастар эргәһенә яҡын...

18 июля 2018
Смотреть видео Тормош дилбәгәһен үҙ ҡулдарына алғандар | ГТРК «Башкортостан»

Тормош дилбәгәһен үҙ ҡулдарына алғандар

Иглин районы Пушкинское ауылы халҡы  дәүләттән ярҙам көтөп йәшәмәй, ә тормош дилбәгәһен үҙ ҡулдарында ныҡлы  тота. Бер нисә йыл юлһыҙ ыҙалағандан һуң уны үҙҙәре төҙөкләндерә башлай. Ауылдарҙа тәртип һәм төҙөкләндереү эштәрен ойоштороу өсөн староста вазифаһын тергеҙеү тураһында һүҙ яңы...

18 июля 2018
Смотреть видео Һыу бар – балыҡ юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һыу бар – балыҡ юҡ

Республика кибеттәрендә һатылған балыҡтың тик 5% үҙебеҙҙә етештерелә. Ни өсөн Башҡортостандың бай йылға-күлдәре буш тора. Евгений ... Өфө янында урынлашҡан быуала шәхси эшҡыуарлыҡ менән 10 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ташландыҡ хәлдә булған урында ул бөгөн һаҙан, суртан, табан балыҡ һәм башҡа төр...

18 июля 2018
Смотреть видео Төҙөлөшө оҙаҡҡа һуғылған йорттарҙың һаны артҡандан-арта | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөлөшө оҙаҡҡа һуғылған йорттарҙың һаны артҡандан-арта

Рөстәм Хәмитов республикала алданған өлөшсөләрҙең  хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән үткән йылда  күрелгән сараларҙы ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип баһаланы. Төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған 5 йорт файҙаланыуға тапшырылған. 276 ғаиләнең мәнфәғәтен үтәүгә өлгәшелгән. Ҡаза күргәндәр исемлегендә 2014 кеше...

18 июля 2018
Смотреть видео Иғтибар үҙәгенә ауыл хужалығы | ГТРК «Башкортостан»

Иғтибар үҙәгенә ауыл хужалығы

“Башҡортостандың элиталы орлоҡтары” ауыл хужалығы тауарҙары етештереү кооперативына нигеҙ һалған Шишмә селекция үҙәге белгестәре республикала төбәккә яраҡлаштырылған сорттарҙы үрсетеүгә өҫтөнлөк биреү яҡлы. Ғалимдар менән етештереүселәрҙе берләштергән үҙәктең бурыстары һәм үҫеш мөмкинлектәре менән...

18 июля 2018
Смотреть видео Мәләүездә  ғәҙәттән  тыш хәл | ГТРК «Башкортостан»

Мәләүездә ғәҙәттән тыш хәл

Ҡалала ҡотороу сире таралыу сәбәпле  карантин иғлан ителде. Муниципаль биләмәлә бөгөндән йорт хайуандары күргәҙмәһен уҙғарыу, ситтән мал индереү ҡәтғи тыйыла. Ошондай тәртип сама менән бер ай үҙ көсөндә ҡаласаҡ. Был турала бөгөн республиканың ветеринар хеҙмәт етәксеһе Азат Йыһаншин “Хәйерле...

17 июля 2018
Смотреть видео Үлемесле ауырыуҙан дауа | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле ауырыуҙан дауа

Өфө ғалимдары яман шеште күҙәнәктәр үҫешен кәметеү ысулы менән дауаларға тәҡдим итә. Уларҙың был асышы Рәсәй фәнни фонды грантына лайыҡ булды. Сибек һәм талымлы был күҙәнәктәр һаҡ мөнәсәбәткә мохтаж. Каталитик синтез лабораторияһында уларға тейешле шарттар булдырылған. Стериль таҙалыҡ, ябыҡ...

17 июля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Таиландта мәмерйәнән ҡотҡарылған балалар дауахананан сығырға әҙерләнә. Тотҡондан өс көн дауамында сығарылған уҡыусыларҙың һаулығы яҡшырҙы һәм иртәгә улар йорттарына ҡайтасаҡ, ти табиптар. Балалар, үҙ сиратында ҡотҡарыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Уларҙың берһе - Саман Кунандың һыу аҫтында һауа...

17 июля 2018
Смотреть видео Ни өсөн торлаҡ файҙаланыу идаралығын алыштырып булмай? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн торлаҡ файҙаланыу идаралығын алыштырып булмай?

Шаҡша биҫтәһендә йәшәүселәр ике йылдан ашыу был эште атҡарып сыға алмай. Мәсьәләне хәл итеү өсөн ойошторолған йәмәғәт советы ла ҡатмарлыҡтарға осраған. Айһылыу Әхмәтғәлиева 24 йыл эсендә йәшәгән йортоноң ҡурҡыныс хәлгә килеүенә зарлана. Торбаларҙан һыу аға, стеналар таушалып бөткән, подъезға инеүе...

17 июля 2018
Смотреть видео Алданған өлөшсөләр ҡасан  үҙ йорттарын алыр? | ГТРК «Башкортостан»

Алданған өлөшсөләр ҡасан үҙ йорттарын алыр?

Өфөлә бөтә республикаға билдәле булған “Меркурий” компанияһын икенсе ойошма исеменә күсереү мәсьәләһе буйынса арбитраж суды үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 300 миллион һумдан ашыу бурысҡа батҡан ойошма 200-гә яҡын ғаиләне ҡыйыҡһыҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалдырғайны. Ойошма етәкселәренә бер нисә енәйәт эше...

17 июля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция – донъя чемпионы. Рәсәйҙә футбол буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Франция йыйылма командаһының формаһында тағы ла бер йондоҙ барлыҡҡа килде. 20 йылдан һуң футбол беренселегенең төп кубогы йәнә был илгә әйләнеп ҡайтты. Икенсе урында Хорватияның йыйылма командаһы. Финалда тап улар дүрткә...

16 июля 2018
Смотреть видео Ни өсөн өй хужалары яңы төҙөлгән йорттарын һүтеп ташларға мәжбүр? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн өй хужалары яңы төҙөлгән йорттарын һүтеп ташларға мәжбүр?

Өфө районы халҡын тап ошондай һорау борсой. Асыҡланыуынса, йөҙләгән ғаилә самолеттарҙың осоу-ултырыу урындарында йорт төҙөй башлаған. Зубово ауыл янындағы ерҙән биләмә һатып алыусылар суд ҡарары менән риза түгел.  15 сутый ерҙе миллион ярым һум аҡсаға һатып алған пенсионерҙарҙың яңы урында...

16 июля 2018
Смотреть видео Рәсәйҙәге иң ҙур атвобус етештереү заводтарының береһе Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙәге иң ҙур атвобус етештереү заводтарының береһе Башҡортостанда

Рәсәйҙәге иң ҙур атвобус етештереү заводтарының береһе – Нефаз заводы 4-се быуын автобусын һәм яңы электробус сығара башлаясаҡ. 75 автобустан торған тәүге партия футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан Дондағы Ростов ҡалаһына оҙатылды. Рәфис Әнүәров был заводта 15 йылдан ашыу эшләй. Үҙ тәжрибәһендә...

16 июля 2018
Смотреть видео Иң шәп ҡымыҙҙы Әбйәлилдә бешәләр | ГТРК «Башкортостан»

Иң шәп ҡымыҙҙы Әбйәлилдә бешәләр

Йоматау шифаханаһы базаһында милли эсемлекте әҙерләүселәрҙең 13-сө республика конкурсы үтте. Унда быйыл Башҡортостандың 36 районынан хужалыҡтар ҡатнашты. Ҡымыҙ бешеү оҫталары үҙ ерлегенә хас ҡымыҙҙы тәҡдим итте. Ҡымыҙ үҙенең шифаһы — бик күп сирҙе дауалауы, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт биреүе менән дан...

16 июля 2018
Смотреть видео Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә урам байрамы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә урам байрамы ойошторола

Ул күренекле башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың тыуған төйәгендә – Абдулла ауылында шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә уҙғарыла.Байрам иртәнге сәғәт 10-да башлана. Ҡунаҡтар тәүҙә шағирҙың ҡәберенә...

13 июля 2018
Смотреть видео Ҡорбан байрамында дини йоланы үтәү өсөн берҙәм майҙансыҡ билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамында дини йоланы үтәү өсөн берҙәм майҙансыҡ билдәләнде

Ул Өфөләге Октябрь районының Зинин ҡасабаһында урынлашҡан «Ҡарауан» сауҙа үҙәге алдындағы майҙан. Ҡорбан салыу майҙансығында сүп-сар һәм ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү өсөн контейнерҙар, кәртә ҡуйыласаҡ. Байрам көндәрендә Өфөнән Зинин ауылына һәм кирегә пассажирҙар ташыу өсөн өҫтәмә автобустар бүленәсәк. Изге...

13 июля 2018
Смотреть видео Алсаҡ йөҙлө һәм батыр йөрәкле | ГТРК «Башкортостан»

Алсаҡ йөҙлө һәм батыр йөрәкле

Бортпроводниктар һөнәри байрамын билдәләне. Ошо уңайҙан Өфө аэропортында оҫталыҡ дәрестәре үтте. Теләгән һәр кем был үҙенсәлекле профессияның серҙәре менән яҡындан таныша алды. Етди ҡағиҙәләр тураһында ла улар йөҙҙәрендә йылмайыу менән аңлатырға тейеш. Изге күңелле һәм шул уҡ ваҡытта ҡыйыу йөрәкле...

13 июля 2018
Смотреть видео Ни өсөн Мәскәүҙән Салауатҡа эшкә киләләр? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн Мәскәүҙән Салауатҡа эшкә киләләр?

Катализатор, Силикагель, цеолит һәм керамика. Йәмғиәттә иң кәрәклеләрҙән һаналған был продукцияларҙы Салауат катализатор заводында етештерәләр. Сифаты буйынса алдынғыларҙан һаналған завод иһә эске баҙарҙы үҫтереүселәрҙән һанала. Илдә нефть һәм химия сәнәғәте иҡтисадтың мөһим тармағы булып ҡала....

13 июля 2018
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә Омск фажиғәһендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә Омск фажиғәһендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алалар

Бынан 3 йыл элек Светлый ҡасабаһында хәрби бүлектең казармаһы емерелеү сәбәпле Башҡортостандан 5 һалдат һәләк булды. Салауат районынан Рөстәм Шәйхуллин менән Ранис Алтынбаев, Саҡмағоштан Фидан Мәмлиев һәм Белореттан Вадим Нафиҡов, Сибайҙан Рөстәм Йомағолов.

13 июля 2018
Смотреть видео Сүп-сар түгеү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Сүп-сар түгеү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә

2019-сы йылдың 1-се ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу...

13 июля 2018
Смотреть видео Бәләбәй районында 46 ғаиләгә яңы фатир асҡыстары тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Бәләбәй районында 46 ғаиләгә яңы фатир асҡыстары тапшырылды

Уларҙың барыһы ла иҫке емерек йорттарҙан күсенгән. Приютово ҡасабаһында йәшәгән кешеләр хәҙер яңы биш ҡатлы йорттағы фатир хужалары. Улар араһында күп балалы ғаиләләр ҙә бар. Халыҡты емерек һәм иҫке торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика программаһын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән Бәләбәй районында...

13 июля 2018
Смотреть видео Республикала ауыл юлдарын төҙөкләндереү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала ауыл юлдарын төҙөкләндереү башланды

Хәйбулла районында әле ауылдарҙа ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр бара. Ул «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Программаға ярашлы, 2018 йылда Аҡъяр, Бүребай, Маҡан, Подольск, Татыр-Үҙәк, Өфө ауылдарында ун ихатаны тәртипкә килтереү...

13 июля 2018
Смотреть видео Республика юлдарында бер-нисә үлемесле авария теркәлде | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында бер-нисә үлемесле авария теркәлде

Бөгөн Кушнаренко районы Шәрип ауылын янында ҙур тиҙлектә килгән еңел автомобиль тимер көртәгә бәрелеп түңкәрелде. Шаһиттар һәләк водителдең һәләк булыуы тураһында хәбәр итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул руль артында йоҡлап киткән.Тағы ла бер ҡот осҡос авария Благовар районында теркәлде. Юлдың...

13 июля 2018
Смотреть видео Башҡортостанда башҡорт-венгр экспедицияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда башҡорт-венгр экспедицияһы дауам итә

7 йыл дауамында барған үҙенсәлекле эҙләнеүҙәр был юлы Кушнаренко мәҙәниәтенә ҡараған ҡурғандарҙа бара. Тарихтан билдәле булыуынса, беренсе мең йыллыҡ аҙағында башҡорт менән мадъярҙарҙың уртаҡ тарихы булған. Һәм был ҡурғандарҙа табылған ҡәберлектәр, артефактар ҙа уртаҡ тарихыбыҙ барлығын иҫбатлай....

12 июля 2018
Смотреть видео Берҙәм Дәүләт Имтихандары һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәм Дәүләт Имтихандары һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды

Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова бөгөн “Рәсәй-Башҡортостан” каналы медиаүҙәгендә һөҙөмтәләрҙе иғлан итте. Мотлаҡ имтихандар теҙмәһенә индерелгән рус теле һәм әҙәбиәте, математика, һайлап алынған фәндәр тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле һәм башҡалар. Башҡортостан уҡыусылары өсөн быйылғы һынауҙар...

12 июля 2018
Смотреть видео Республиканың үҫеш стратегияһын бойомға ашырыуҙың өҫтәмә саралары раҫланды | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың үҫеш стратегияһын бойомға ашырыуҙың өҫтәмә саралары раҫланды

Башҡортостан стратегия комитеты республиканың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын бойомға ашырыуҙың өҫтәмә сараларын раҫланы. Улар ошо уңайҙан төҙөлгән комплекслы планға нигеҙләнә. Хөкүмәт премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдереүенсә, республиканың киләһе йыл бюджеты стратегия күҙаллауҙарына ярашлы...

12 июля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

НАТО ағзалары Македонияны альянсҡа инеү буйынса һөйләшеүҙәр башларға саҡырҙы. НАТО саммитында Америка президенты менән Германия канцлеры араһында бәхәс ҡупты. Дональд Трамп  газ һатып алған өсөн Ангела Меркельға ябырылды. НАТО бюджетына күпләп аҡса күсереү урынына Германия Рәсәйҙе байыта,...

12 июля 2018
Смотреть видео Йәш ғаиләләргә сертификат тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Йәш ғаиләләргә сертификат тапшырылды

Иглин районында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырылды. Дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 5 миллион һум самаһы. «2020 йылға тиклемге осорҙа  Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» программаһы сиктәрендә сертификаттар 6 ғаиләгә тапшырылды....

12 июля 2018
Смотреть видео Уртаҡ диуар емерелеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Уртаҡ диуар емерелеүе ихтимал

Өфөләге күп фатирлы йорттарҙың береһендә йәшәгән кешеләр ғүмерҙәре өсөн хафалана. Уртаҡ диуарлы күрше йортто һүтә башлау менән улар үҙҙәрен ер тетрәү эпицентрында кеүек тоя. Бинаның төҙөк ҡалырына ышаныс аҙ, ти фатир хужалары. Урындағы халыҡ белдереүенсә, был ихатала төҙөлөш бер йыл элек башланған...

12 июля 2018
Смотреть видео Ҡан анализы нимә күрһәтә?  | ГТРК «Башкортостан»

Ҡан анализы нимә күрһәтә?

Рәсәйҙә водителдәрҙең иҫерек булыу-булмауын иҫбатлағанда ҡан анализы һөҙөмтәләрен иҫәпкә алырға рөхсәт ителә. Административ кодексҡа ошо турала төҙәтмәләр көсөнә инде. Бер литр ҡанда спирт миҡдары 3 грамдан артһа, водитель иҫерек тип табыла. Быға тиклем водитель махсус приборға өрә алмаҫлыҡ хәлдә...

12 июля 2018
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика