Өфөлә торлаҡ өсөн аҡса түләмәүселәргә ҡаршы көрәш иғлан ителде

Ҡайһы берәүҙәр йылдар буйы түләмәй, уларҙың 200 меңдән ашыу бурысы йыйылып киткән. Суд приставтары фатир өсөн түләмәгәндәрҙе асыҡлаҡ маҡсатында сираттағы рейдҡа сыҡты. Башҡаланың Октябрь районында бурыслы биш ғаилә иҫәпләнә. Суд приставтары тик ике хужаның ғына ишеген астыра алды. Уларҙың бурысы 400 меңгә яҡын. Бында йәшәүсе Әлиә Ғайсина әйтеүенсә, ул үҙ өлөшөн түләп бара, ә бында теркәлгән ике һеңлеһе күптән инде кейәүҙә. Һеңлеләре икенсе ерҙә йәшәп тә, теркәлеү урындары ошо адреста булһа ла Әлиә Ғәйсинаның мөлкәте арестҡа алынасаҡ. Был фатирҙағы ғаилә башлығы „мин бында беренсе йыл йәшәйем, бурыстар ҡәйнәмдеке„ тип аҡланырға тырышты. Фатир өсөн бурыс бында ла 200 меңдән  ашып киткән. Бурыс өс айҙа түләнмәһә,  законға ярашлы уларҙы электр утынан өҙөү, һыу һәм газ биреүҙе туҡтатыу ҡаралған.Күп кешеләр был хәлдең етди икәнен аңламай, шуға бурыстарын тулыһынса ҡайтарырға ла ашыҡмай, ти суд приставтары. Суд приставтары әйтеүенсә, әгәр торлаҡ файҙаланыу өсөн йыйылған бурыстарҙы ун көн эсендә түләмәһәң, мөлкәткә арест һалына, һәм ул Рәсәй мөлкәт ойошмаһының төбәк идаралығына тапшырыла.



Последние новости

Яндекс.Метрика