Өфөлә төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән кешеләрҙе ҡотҡарыу буйынса күнекмәләр башланды

Бөгөн ошондай сараларҙың береһе Дим районында үтте. Аварияла йәрәхәтләнгәндәргә ярҙам итеү өсөн барлыҡ хеҙмәттәр йәлеп ителде. Уларҙың берҙәм эшмәкәрлеге яҡшыға баһаланды. Күнекмәләр сценарийы буйынса, еңел автомобиль ҡаршы юлға сығып автобус менән бәрелешә. Аварияла өс кеше зыян күрә, уларҙың береһе йәмәғәт транспортында ултырған бала. Ваҡиға урынына тәүҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы килеп етә. Бер-нисә минуттан авария урынына ҡотҡарыусылар саҡыртыла. Улар зыян күргәндәрҙе асыҡлап, машиналарҙан сығарыу сараһын күрә. Ҡотҡарыусылар водителдәр һәм пассажирҙарҙы эвакуациялағас, килеп еткән ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Улар иһә тиҙ арала йәрәхәттәрҙе билдәләй һәм беренсе ярҙам күрһәтә. Юл транспорт ваҡиғаларында транспорт ҡапыл түгел, ә һуңынан да янып китеүе ихтимал. Ут сығыу ҡурҡынысы булмаһын өсөн янғын һүндереүселәр ҙә йәлеп ителде. Барлыҡ хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләндерерлек, тип баһаланды.Авария урынында 4 хеҙмәт эшләне, барлығы 40-тан ашыу кеше йәлеп ителде. Барлыҡ хеҙмәттәр килеп етеп, зыян күргәндәргә ярҙам итеү өсөн 8 минут ваҡыт кәрәк булды. Күнекмәләр артабан мәғариф учреждениеларында дауам итә. Ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр берҙәм эшләү алымдарын камиллаштырасаҡ.

Яндекс.Метрика