Өфөлә төҙөлөш өсөн урындар етмәй

Бөгөн был турала  ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Филиппов белдерҙе. Социологик тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, халыҡты фатирҙарға хаҡтарҙың юғары булыуы борсой. Ошоно иҫәпкә алып социаль торлаҡ төҙөлөшөн арттырыу буйынса эш алып барыла. Бөгөн ошо программа буйынса алынған фатирҙың бер квадрат метры 33 мең 800 һумға етә. Яңы төҙөләсәк йорттар алдында, ҡала халҡын борсоған  тағы бер мәсьәлә хәл ителәсәк,  һәр бер фатирға айырым  машина ҡуйыу урыны булдырыласҡ. Йорт алдарында спорт, балалар майҙансыҡтары ла төҙөү планлаштырыла.



Яндекс.Метрика