Өфөлә тәү тапҡыр Велосипедсылар төнө үтте

Был акцияға 500 яҡын велосипедсы ҡушылды. Өс сәғәт эсендә ике тәгәрмәсле транспортты үҙ итеүселәр 35 км яҡын юл үтте. Велоуҙышсыларҙың маршруты Профсоюздар йорто, Конгресс-холл, Ҡарауанһарай, Дуҫлыҡ монументы, Ленин урамы, Октябрь проспекты, Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт йортонан үтеп, Еңеү паркында тамамланды. Автомобилдәргә ҡамасауламаҫ өсөн улар тротуарҙар һәм юл ситенән йөрөнө. Ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, 500 ҡатнашыусы йыйылғайны. Велосипедсылар төнө – бөтә донъяла киң таралған спорт һәм мәҙәни сара. Баш ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр үткән велотөн киләсәктә лә дауам итер, тип ышана өфөлөләр.

Иҫегеҙә төшөрәбеҙ, быға тиклем Өфөлә велосипедсыларға арналған  “1000 велосипелсы көнө” тип исемләнгән сара ойошторолғайны. 

Яндекс.Метрика