Өфөлә тыл хеҙмәтсәндәренә һөйкәл асылды

Еңеү көнөн тиҙләткән өсөн. Тыл хеҙмәтсәндәре тырышлығы менән фронт аҙыҡҡа, кейемгә, хәрби йыһаздарға, ҡоралға өҙөклөктәр кисермәй. Һалдаттарҙан кәм түгел батырлыҡ күрһәткән ватандаштарыбыҙ хөрмәтенә Еңеү паркында бөгөн һәйкәл асылды. Тантана Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы һәм Республика көнөнә арналды.Ер менән күк, йән менән тән, ваҡыт менән мәңгелек. Был һәйкәлдең нигеҙен ошо дарьяларҙы тоташтырыусы ете һаны нығыта. Мөһабәт композицияның авторы танылған Мәскәү скульпторы Андрей Ковальчук. Тыл хеҙмәтсәндәренең төп һөнәрҙәрен – нефтсе, ҡорос ҡойоусы, бәләкәй ҡыҙы менән ураҡсы ҡатын, станок артындағы өлкән эшсе һәм уның ейәне, шинель тотҡан тегенсе һындарын ул композицияның үҙәк өлөшөнә урынлаштырған. Һәйкәлдең ерлегендә һуғыш йылдарында Башҡортостан фронтҡа оҙатҡан авиация двигателдәре, ҡорос, нефть, аҙыҡ-түлек өлгөләрен һүрәтләгән. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов был һәйкәлде беҙ кисермәҫлек оҙаҡ көттөрҙөк, ябай хеҙмәтсәндәр тейешле ихтирам күрергә, рәхмәт һүҙҙәрен ишетергә тейеш,  тип белдерҙе.



Яндекс.Метрика