Өфөлә йәнә ҡатын-ҡыҙға һөжүм иткән енәйәтсене эҙләйҙәр

Зыян күргән ҡатынды 29-сы сентябрь кейемһеҙ һәм аңһыҙ хәлдә трамвай юлына ташлап киткәндәр. Табиптар асыҡлауынса, ҡатын ныҡ туҡмалған һәм уны көсләгәндәр. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәтсе 29-сы сентябрь Зорге урамында эштән ҡайтып килгән ҡатынға һөжүм итә, уның ноутбугын һәм телефонын алып китә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары был турала ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусыларға полицияға хәбәр итергә, ә граждандарҙы уяу булырға саҡыра.

Яндекс.Метрика