Өфөлә йәнә ҡыҙ балаға һөжүм итеүсе енәйәтсене эҙләйҙәр

Интернет селтәрҙәрендәге мәғлүмәткә ярашлы, фажиғә 5 октябрь башҡаланың 29-сы мәктәбе янында була. Бәлиғ булмаған балаға билдәһеҙ  ир-егет бысаҡ менән ташлана. Бәхеткә күрә, яҡында эте менән йөрөгән ир ҡыҙҙы ҡотҡарып ҡала һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Яраланған үҫмерҙе тиҙ ярҙам машинаһы дауаханаға алып китә. Шаһиттар һүҙҙәренән енәйәтсенең яҡынса фотоһүрәтен төҙөгәндәр. Уға  35-40 йәштәр тирәһе, буйы 190 сантиметр, һары сәсле, маңлайында яра эҙе бар. Уң аяғына сатаннай. Джинсы салбар, һоро кофта, аҡ бирсәткә кейгән. Үҙе менән бысаҡ бар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары был енәйәтсе тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусыларға һәм фажиғә шаһиттарын полицияға хәбәр итергә саҡыра.



Последние новости

Яндекс.Метрика