Өфөнөң Октябрь районындағы 4 мең 600 гараждың 2 мең 600-ҙө һүтелергә тейеш

Баш ҡала хакимиәтендә законһыҙ ҡуйылған гараждарҙы асыҡлау буйынса эш башланды.Милек тураһында документтары булған гараж хужалары менән шәхси эш алып барыла. Милексенең шәхесе асыҡлана, теркәү мәғлүмәттәре тикшерелә. Ҡалала мәктәптәр янында 700-ҙән меңгә тиклем законһыҙ төҙөлгән ҡоролмалар урынлашҡан. Өҫтәүенә уларҙың күбеһе йылдар буйы файҙаланылмай, йә булмаһа ҡуртымға бирелә. Уҙған аҙналағы фажиғәле хәлгә бәйле ҡала хакимиәте башлығы тейешле хеҙмәттәргә Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәген һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын йәлеп итеп, мәктәптәр эргәһендә законһыҙ һалынған гараждарҙы һүтеүҙе әүҙемләштерергә ҡушты. Баш ҡала үҙәгендә законһыҙ урынлашҡан тимер гараждарҙы юҡ итеү буйынса эш әүҙемләшә. Тәү сиратта белем усаҡтарына, балалар баҡсаларына яҡын ултырғандары,  тиҫтәләп йылдар буйы файҙаланмағандары һүтелә. Был эште бигерәк тә ата-әсәләр хуплай, сөнки улар электән хәүеф менән янаған урындарҙы тәртипкә килтереүҙәрен һораған. Әммә таҙартыу эштәре уҙған аҙналағы фажиғәнән һуң ғына көсәйә төшә. Күрелгән сараларҙың төп сәбәбе — халыҡ именлеген тәьмин итеү. Әммә ҡала халҡының ҡайһы береһе кире ҡарашта.  Милек тураһында документтары булған гараж хужалары менән шәхси эш алып барыла. Металл конструкцияларҙы урынынан ҡуҙғатыуға ризаһыҙлыҡ белдергән граждандар менән был эш суд аша хәл ителәсәкГараж хужаһы тимер атының именлеге өсөн борсола. Хеҙмәт ветераны Таһир Әхтәриев тимер ҡоролманы машинан тыш, көҙгө уңышты һаҡлау өсөн дә ҡулланған. Хәҙер инде йәшелсә-емеште ҡуйырға урын булмаһа ла, ҡарарға бойһоноп, гаражын бушатыу эшенә тотонған. Башҡаланың 94-се лицей эргәһендә 30-ҙан ашыу гаражды ағастар алмаштыра. Хәҙер был йәшеллектә балалар ял итә. Совет районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, һәйкәлдәр һымаҡ ултырған һоро ҡаптар урынына нимә ҡалҡып сығырын урындағы халыҡ үҙҙәре хәл итә. Законға ярашлы, терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарынан яфаланған инвалидтарға йәшәгән урындарынан кәмендә 15 метр алыҫлыҡта гараж тотоу рөхсәт ителә. Өфөнөң Совет районында ғына 5 меңдән ашыу гараж иҫәпләнә. Быйыл уларҙың 200-ҙән ашыуы һүтелгән.  Тимер ҡоролмалар ҡала ситенә сығарыла. Улар ҡуртымға алынған ошо майҙанда ваҡытлыса урынлаша. Хужаһы табылған осраҡта, ул гаражын алып китеү хоҡуғына эйә. 



Яндекс.Метрика