Өфөнөң Социнвестбанкы 6-сы августҡа тиклем эшләмәйәсәк

Был турала банктың рәсми сайтында әйтелгән.   Эре финанас учреждениеһының ни сәбәпле ябылғаны тураһында рәсми мәғлүмәттәр юҡ. Шулай ҙа ҡайһы бер мәғлүмәт саралары Үҙәк банк Анатолий Мотылев төркөмөнә ингән банктарҙың лицензияһын тартып алғас Социнвестбанк ҡыйынлыҡтар кисерә башланы тип хәбәр итә. Интерфакс агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда,  20-се июль Социнвестбанк Тульский промышленник банкына 500 миллион һумлыҡ кредит биргән. Һуңғыһының лицензияһы 27-се июль тартып алынғайны. 

Яндекс.Метрика