Октябрскийҙа Американан килтерелгән ҡара емеш партияһы юҡ ителде

Рәсәй ауыл хужалығы тармағын күҙәтеү идаралығы белгестәре законһыҙ килтерелгән тауарҙы күмәртәләп һатыу нөктәләренең береһендә асыҡлай. Емеш тейешле фитосанитар тикшереү үтмәгән була. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, бындай продукция урында юҡ ителә, тикшереүгә алынған өлгөләре күпселек осраҡта сифатһыҙ булып сыға. Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек эмбаргоһына эләккән илдәрҙән индерелгән продукцияны юҡ итеү тураһындағы ҡарары илдең барлыҡ субьекттарында ла ғәмәлгә ашырыла. Америка  Ҡушма Штаттары, Канада, Австралиял, Норвегияла етештерелгән һыйыр, сусҡа, ҡош-ҡорт итенә,  балыҡҡа, сыр, һөт, сәтләүектәргә һәм башҡа аҙыҡ-түлеккә бер йылға сикләү ҡуйылған. Тыйылған аҙыҡ-түлекте һатыусыларға ҡарата киләсәктә енәйәт эше лә ҡуҙғатылыуы ихтимал. Был иһә Рәсәйгә контрабанда юлы менән индерелгән тауарҙарҙы ҡырҡа сикләр тип көтөлә.

Яндекс.Метрика