Омскийҙа хәрби казарма емерелеү һөҙөмтәһендә зыян күреүсе һалдаттар ярҙам күрһәтеләсәк

Омскийҙа хәрби казарма емерелеү һөҙөмтәһендә зыян күреүсе Башҡортостан һалдаттарының хәле яҡшыра бара.  Владимир Петров һәм Рөстәм Нәбиев әлеге ваҡытта Мәскәүҙә академик Бурденко исемендәге хәрби клиник госпиталдә дауалана. Хәрбиҙәр хәлен кисә Рөстәм Хәмитов белеште. Төбәк башлығы дауалау үҙәгенә икенсегә килә.  Бер ай элек үткән осрашыуҙан һуң десантсыларҙың хәле яҡшырған. Табиптар Владимир Петровтың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип иҫәпләй. Ә бына Рөстәм Нәбиевты күптән түгел реанимациянан хирургия бүлегенә күсергәндәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 июлдә төнгө сәғәт бер тирәһендә Омск өлкәһендә Һауа десанты ғәскәрҙәренең уҡыу үҙәге казармаһының стенаһы һәм ҡыйығы емерелеп төштө. Был ваҡытта бинала 300-ҙән ашыу кеше була. Һөҙөмтәлә 19 кеше яраланды, 23 һалдат, шул иҫәптән Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егет һәләк булды. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән һәләк булған һалдаттарҙың ғаилә ағзаларына республика бюджетынан 5 миллион һум аҡса бүленде.  Шулай уҡ зыян күргән һалдаттарҙы дауалауға ла аҡса бүлеү күҙаллана.

Яндекс.Метрика