“Патриоттар беҙҙең менән! Патриоттар – балаларға!”

Бөгөн Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡатнашлығында акция ойошторолдо. Уның маҡсаты йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү эшендә йәмәғәтселекте һәм власты берләштереү. Тәүҙә ветерандар Еңеү паркында сәскәләр һалды. Бындай осрашыуҙар бөгөн айырыуса әһәмиәтле. Әлеге йәштәр Бөйөк Еңеүҙе яулаусы тере шаһиттар менән осраша ала. Бөгөнгө сарала Өфө уҡыу йорттары студенттары, уҡыусылар һәм коррекция мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәр саҡырылғайны. Ветерандарҙы улар аяҡ үрә баҫып алҡыштар менән ҡаршыланы. Ҡәһәрле һуғыш хәтирәләрен ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Акцияның аныҡ датаға бәйләнелмәүе лә осраҡлы түгел. Ветерандар менән йәштәр араһында бәйләнеш һәр ваҡыт булырға тейеш ти ойоштороусылар.



Яндекс.Метрика