Павел Астахов: килешеп эшләргә кәрәк

Рәсәй президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов Октябрьский ҡалаһындағы фажиғәгә үҙ аңлатмаһын бирҙе. Әсәй кешенең үҙ балаларын батырып үлтереүе опека һәм табиптар араһында бәйләнеш булмауын күрһәтә. Енәйәт сәбәбе-психик ауырыу. Шуға ла бындай ғаиләләр айырым күҙәтеүгә алынырға тейеш, тигән Павел Астахов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17-се августа 27 йәшлек әсә йыуыныу бүлмәһендә үҙ балаларын батырып үлтергәйне. 

Яндекс.Метрика