Первушино аэродромында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған тамаша үтте

«Беҙ – үткән замандан » исемле хәрби хәрәкәттәрҙе реконструкциялауҙы һәм Авиа-шоуҙы беҙҙең хәбәрселәр ҙә күҙәтте. . Ҡыҙыл армия ғәскәре юлдың уң яғында, ә немец һалдаттары уларҙы юл аша күҙәтә. Хәрбиҙәр бер-нисә сәғәттән башланасаҡ алышҡа әҙерләнә. Туймазы ҡалаһынан килгән Венер Шәңгәрәев яу яланында тере ҡалырмы юҡмы – белмәй, барыһы ла ысын һуғыштағы кеүек.Икенсе донъя һуғышы хәрәкәттәрен реконструкциялау 2007 йылдан алып ойошторолһа ла ҙур күләмдә тәүге тапҡыр үтә. Еңеүҙең 70 йыллығы, Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан үткәрелгән сараға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 150 ҡатнашыусы саҡырылған. Вечеслав Ходченков Свердловск өлкәһенән килгән,  фестивалдә 4-се тапҡыр ҡатнаша.Немец һалдаттары журналистар менән аралашыуҙан баш тартһа, Татарстан ҡунаҡтары броневиктың күсермәһен эшләп хәрби-тарихи реконструкцияла ҡатнашырға үҙҙәре  теләк белдергән. Тамашаға килгән халыҡ ауыл эсендә немец һалдаттарының йорттарҙың тәҙрәләрен ватыуын, кешеләрҙе ҡурҡытыуын күҙәтте. Сценарий буйынса 1944 йылдың 22 июле һүрәтләнә. Немец илбаҫарҙары Польшаның Радымно ауылын баҫып алған. Ә бер-нисә минуттан ауылға ҡыҙыл армия ғәскәре инәсәк.Ҡыҙыҡһыныусан тамашасы башта ауылға инерҙәй булып ынтылһа, снарядтар шартлауы уларҙы һиҫкәндереп бер аҙ артҡа сигендерҙе. Совет һалдаттарына ярҙам итергә теләп дәррәү Ура ҡысҡырыуҙары ла тәбиғи ине. Тамашасы үҙе лә һиҙмәҫтән тулыһынса тарихтың бер көнөнә сумды. Офоҡтан немец самолеты килеп сығыуын күргәндәр, яугирҙәрҙе иҫкәртергә ашыҡты. Әммә уға ла оҙаҡ осоу тәтемәне ҡанатына ҡыҙыл йондоҙ төшөрөлгән самолет уны тиҙ арала сафтан сығарҙы.Яралылар, тиргә батҡан һалдаттар, ҡыйралған техника барыһы ла ысын хәрби бәрелеште хәтерләтә. Атыу тауыштары тынғас ауылды тамашасы баҫып алды.Тамашанан һуң һәр кем үҙенә илһөйәрлек  рухы, сағыу тәҫораттарҙан тыш уны оҙаҡ йылдарға һаҡларҙай фотоһүрәттәр ҙә алып ҡайтты.

Яндекс.Метрика