Профсоюздар йортонда медицина колледждары араһында ижади фестиваль үтте

Бында туғыҙ коллектив көс һынашты. Студенттар үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте, фекер алышты. Фестивальда ҡатнашыусы егет һәм ҡыҙҙарҙың һәр береһе мотлаҡ еңеү яуларға тип дәртләнеп килгән. Үҙҙәренең шатлыҡтарын йәшермәй студенттар. Сибай медицина колледжының беренсе курсында белем алған Салауат Аманъюлов мөмкинлектән файҙаланып йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтеп ҡалырға теләй.  Белгестәр, шул иҫәптән табиптар ҙа һәр яҡлап үҫешергә тейеш тигән фекерҙә ойоштороусылар. Бында студенттар үҙҙәренең оҫталығыг ғына күрһәтеп ҡалмай, яңы дуҫтар таба алды.Фестиваль республикала унынсы йыл рәттән уҙғарыла. Ул еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған. Жюри ағзалары конкурста ҡатнашыусыларҙы ун баллы система буйынса баһалаясаҡ. Ижади коллективтар 20 минут эсендә бар оҫталыҡтарын күрһәтергә, теманы асып бирергә тырышты. Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.                                    



Последние новости