Республика башлығы хәбәрселәр менән осрашты

Рөстәм Хәмитов Өфөлә уҙған халыҡ-ара сараларға йомғаҡ яһаны. Саммиттар ваҡытында төп саралар Конгресс-холл бинаһында барҙы. Ул тыштан ғына түгел эске яҡтан да тулыһынса тиерлек үҙгәргән, яңы мебель, кәңәшмәләр залы, хатта тауыш аккустикаһы һәм яҡтыртыу системаһы яңыртылған. Республика киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре өсөн бында экскурсия ойошторолдо. Журналистар тарихҡа яҙылыр саралар үткән урындар менән яҡындан таныша алды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ике халыҡ-ара сараны бер майҙанда үткәреү ҡатмарлыҡтар ҙа тыуҙырған. БРИКС саммитының, мәҫәлән үҙ символикаһы һәм майҙан уға ярашлы итеп биҙәлергә тейеш. Икенсе ҡатта БРИКС дәүләттәре башлыҡтарының тар составта осрашыуы өсөн башҡорт тирмәһенә оҡшатып кәңәшмә залы эшләнгән. Бында Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көнъяҡ Африка лидерҙары БРИКС-тың Үҫеш банкын булдырып, донъя иҡтисадына яңы йүнәлеш бирҙе. Ә был Конгресс-Холлдың түбәнге ҡаты. Ул тулыһынса Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитына яраҡлаштырып биҙәлгән. Мәҫәлән был залда ШОС лидерҙарының киңәйтелгән кәңәшмәһе үтте. Тап ошо түңәрәк өҫтәл артында тарихи ҡарарҙар ҡабул ителде, бында ойошмаға Пакистан менән Һиндостанды ҡабул итеүгә нигеҙ һалынды. Төҙөкләндереү эштәренә тиклем Конгресс-холлдың был өлөшө ташландыҡ хәлдә булған, уның яртыһында боулинг залы урынлашҡан ине. Хәҙер ул күсмә стеналар менән йыһазландырылған, бында төрлө форматтағы саралар уҙғарыу мөмкинлеге бар. Өфөлә үткән саммиттарға Республика башлығы Рөстәм Хәмитов йомғаҡ яһаны. Өфө Аэропортының яңы төҙөлгән терминалы хәҙер сәғәтенә 800 кешене хеҙмәтләндерә ала, быға тиклем ул 4 тапҡырға әҙерәк ине. Федераль бюджет был эшкә 1 миллиард 200 мең һум бүлгән, Саммиттарға өр яңы 7 ҡунаҡхана ҡалҡып сыҡты, улар бөтәһе лә инвесторҙар аҡсаһына эшләнде, был 11 миллиард ярым. Конгресс холл һәм уның эргә тирәһен төҙөкләндереүгә 1 миллиард тотонолған, быныһы инде республика бюджетынан. Ҡалала тиҫтәләгән яңы скверҙар барлыҡҡа килде, парктар, Ете ҡыҙ фонтаны, Ағиҙел яры һәм башҡалар. Быларҙың барыһын да теләүселәр күрә аласаҡ тип вәғәҙәләне Рөстәм Хәмитов. ШОС һәм БРИКС саммиттарының Өфөнө бөтә донъяға танытыуы менән беҙгә файҙаланып ҡалырға кәрәк һәм уларҙы килем алыуға йүнәлтеү зарур тине төбәк башлығы. Рәсәй президенты Владимир Путиндың йомғаҡлау пресс-конференцияһында Рус һәм башҡорт телен өйрәнергә саҡырғайны хәбәрселәр Рөстәм Хәмитовтан быға ҡарата фекере менән ҡыҙыҡһынды. Саммиттар ваҡытында Башҡортостанға 10 меңдән ашыу ҡунаҡ килде, Әйткәндәй, бер юлы 15 дәүләт башлығын әлегә тиклем Рәсәйҙә Мәскәү менән Санкт Петербург ҡына күргән. Халыҡ-ара сараларға әҙерлек сиктәрендә башҡарылған эштәр Өфө һәм республика халҡына мираҫ булып ҡала.

Яндекс.Метрика