Республика башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов бөгөн алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләне

Тантанаға 60-лап хеҙмәт алдынғыһы саҡырылғайны.  Республика көнө алдынан дәүләт наградалары алыу бигерәк тә мәртәбәле. Бөгөн Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында иң өлгөлө һәм фиҙаҡәр 62 хеҙмәткәр йыйылған. Араларында ябай эшсәндәр ҙә, дәүләт эшмәкәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары, академиктар, слесарҙар, урмансылар һәм башҡа йәмғиәт өсөн кәрәкле бихисап һөнәр эйәләре. Оҙаҡ йылдар үҙҙәренең эшенә тоғро ҡалған һәм алдынғылар рәтендә барыусылар улар. Шундайҙарҙың өсөһөнә Рөстәм Зәки улы Хәмитов Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендарын тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән 6 кеше бүләкләнде. Был исемлектә дәүләт эшмәкәре Лилиә Ғүмәрова  ла бар.Эшсе һөнәр эйәләренә лә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Был юлы наградалар төҙөлөш өлкәһендә тырышып эшләүселәргә  тапшырылды.Мәғариф, медицина һәм сәнғәт әһелдәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларға атҡаҙанған хеҙмәткәр исемдәре тапшырылды. Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһын  йомғаҡлап, Рөстәм Зәки улы һәр райондың, биләмәнең заман талаптарына ярашлы үҫеш юлында булыуын, киләсәктә залда ултырыусы һәр хеҙмәткәрҙең был юҫыҡта күп көс һалыуын теләне һәм барыһын да етеп килгән Республика көнө менән ҡотланы.



Последние новости

Яндекс.Метрика