Республика башлығы Ульяновскийҙа үткән кәңәшмәлә ҡатнашты

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Ульяновскийҙа Рәсәйҙең именлек советы секретары һәм Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда һыу менән ҡулланыу өлкәһендә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ресурстары менән ҡулланыу һөҙөмтәлелеген арттырыу, оборона-сәнәғәт комплексы предпрятиеларын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Михаил Бабич билдәләүенсә, округта һыу ресурстарының әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Әммә һуңғы осорҙа йылғалар һайыға, был иһә экологик һәм иҡтисади мәсьәләләргә килтерә тине Рәсәй президенты вәкиле. Рәсәйҙең именлек советы секретары Михаил Патрушев белдереүенсә, Волга буйы федераль округында  йылғаларға ағыҙылған  һыуҙың тик 13 проценты ғына нормаға тап килә. Ул шулай уҡ халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә лә иғтибар бүлергә ҡушты. 



Яндекс.Метрика